Иң яҡшы токарь кем?30.08.2014
Бынан бер нисә йыл элек, заман шауҡымына бирелеп, иҡтисад, һанлы технологияларҙы өҫтөн күреп, һөнәрселек училищеларын, техникумдарҙы бөтөрөп ташланыҡ, һөҙөмтәлә хәҙер эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ошолар хаҡында уйландым.


Был юлы конкурста республиканың иң оҫта токарҙары ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бәйге йыл һайын төрлө номинацияларҙа үткәрелә. Әйтәйек, былтыр ярышта күпер краны машинистары көс һынашһа, унан алдағы йылда иң яҡшы иретеп йәбештереүсене билдәләгәйнеләр.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, төп маҡсат — токарь һөнәренең абруйын арттырыу, был хеҙмәт төрөнә йәштәрҙе ылыҡтырыу, кадрҙар мәсьәләһен көйләү. Бындай бор­солоуҙарҙың сәбәбе билдәле: бөгөн эшсе һөнәрҙәре лайыҡ­лы баһаланмай. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек (21 йәшлек бер егеттән башҡа) 50-60 йәшлек ирҙәр булыуын иҫәпкә алғанда, уйланырлыҡ урын бар.
– Токарь булып эшләүемә егерме йылдан ашыу. Һөнәремде бик яратам. Шуға уның киләсәге өсөн борсолам — йәштәр килмәй. Ә бит завод-фабрикаларҙа бөтә нәмәне компьютерға ғына япһарып булмай. Заман технологияларын нисек кенә маҡтаһаҡ та, эшсе ҡулдарһыҙ ярамай, — ти Нефтекама ҡалаһындағы нефть промыслаһы ҡорамалдары заводынан килгән Александр Беляев.
Ярыштар үтә лә китә, маҡсаттар ғына һөҙөмтәһеҙ ҡалмаһын. Ә еңеүселәргә килгәндә, уларҙы үҙ һөнәрен бар күңелен һалып башҡарған оҫталар араһынан һайлап алыуы еңел булманы. Һөҙөмтәлә Өфөнән Юрий Койков алдынғылыҡты бирмәне. Еңеүсе артабан Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ.



Вернуться назад