Батырлыҡҡа сиктәр юҡ27.01.2012
Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ, ғалим-яҙыусы Әмир Ғөбәй улы Мәхмүтовтан редакцияға хат килеп төштө. Ул Салауат батыр тураһында шиғыр яҙған икән. Батырыбыҙҙың яҡты һыны төрлө милләт кешеләренең күңелен рухландырып йәшәүе беҙгә ғорурлыҡ хисе генә өҫтәй.
Салауат
Бөйөктәрҙән-бөйөк Уралым
Тора томандарға уралып.
Ҡыйғыр бөркөт осҡан был урында
Торҙом әле бөгөн уйланып.
Сал тарихтың ҡырыҫ елдәре лә
Килеп етә кинәт һарылып.
Алтын йырын яҙған Салауат,
Тыуған илкәйенән моң алып.
Империя көслө, холҡо ҡырыҫ —
Интектергән ябай халыҡты,
Халҡы менән булған Салауатҡай,
Өҫтөн ҡуйған бары намыҫты.
Урал томандарға уралған,
Бөркөттәре оса юғары.
Таянысы булған ул халыҡтың,
Ә юлдашы булған саптары.
Халҡы өсөн ауыр, ҡырыҫ саҡта
Тыуған икән батыр Салауат.
Әбей батша әбей булып ҡалған,
Ә Салауат батыр — ир булып.
Батшаларҙан ул бейектә бөгөн,
Ағиҙелдең матур ерендә.
Йондоҙҙар ҙа уға сәләм бирә,
Шундай була батыр ир генә.
Әмир МӘХМҮТОВ.
Татарстан.