БЕР РӘХӘТТЕҢ МЕҢ михнәте29.08.2014
БЕР РӘХӘТТЕҢ МЕҢ михнәте
йәки Рәсәй халҡы кредиттан баш тартырмы?
Айрат дуҫымдың юғары уҡыу йорто тамамлағанына өс йыл булды инде. Ошо ваҡыт арауығында өйләнеп, бер бала атаһы булып та өлгөрҙө. Йәштәр ауылға ҡайтамы ни хәҙер – фатирҙа түләп тороп булһа ла, тырышып-тырмашып ғаиләһе менән ҡалала йәшәп ята ул. Һөнәре буйынса булмаһа ла, ҙур ғына бер компанияла эшләп йөрөй. Кредитҡа алған машинаһы бар, ҡиммәтле сит ил автомобиле. Төп һүҙем ошо машинаға, дөрөҫөн әйткәндә, “тимер ат” бәләһенә бәйле лә инде: эш хаҡын һуңлатып ала башлау сәбәпле, автокредитын түләй алмай аҙаплана йәш ғаилә башлығы.


Ҡаҡшаған нервы, йөрәк, баш ауырыуы…

Береһе артынан икенсеһе эйәрә: фатир өсөн дә ваҡытында түләргә кәрәк, ҡатыны – ике йәшлек сабый менән декрет ялында. Айратҡа ни ҡылырға һуң? Ярай, ғаиләһен ауылға күсерҙе, ти. Һуңғы сиктә ит-картуфты ла шул уҡ ауылдан килтерергә була. Тик бына банкка бурысын нисек түләргә тип башы ҡата дуҫымдың – айына 17 352 һум аҡсаны ҡайҙан табырға? Машинаһын һатып ҡына ебәрер ине, автокредит булғас, быға юл ябыҡ. Ә һәр һуңлатҡан көн өсөн, билдәле, пеняһы өҫтәлеп кенә тора.
Тырышмай түгел егет, тырыша: буш ваҡытында өҫтәмә эш башҡара, тинләп булһа ла аҡса таба. Хеҙмәт урынынан китер ине лә, тик йыйылған эш хаҡын биреүҙәре икеле. Ә капиталист хужа быны яҡшы белә, шунан файҙалана ғына бирә. Һуңғы сиктә бушҡа бил бөгөп йөрөгән һымаҡ килеп сыға бит. Ярай, тәүҙәрәк дуҫтарынан, ата-әсәһенән алғылап түләп торҙо. Тик гел генә үҙҙәре кредитҡа батҡан дуҫтарға, пенсия аҡсаһына ҡарап торған атай-әсәйгә мөрәжәғәт итеп булмай шул. Ситтән генә ҡыҙыҡ тойола ул: ә көн дә тиерлек өйөңә банк хеҙмәткәрҙәре, суд прис­тавтары килеп, булыр-булмаҫ йыһазыңдың хаҡын билдәләй, нәҫел-нәсәбеңдең адрес-телефондарын таптыра башлаһа (тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел), ояты ғына ла ни тора!? Артабан нервы системаһы ҡаҡшауын, йөрәк, баш ауырыуын көт тә тор (ә бындай сәбәптән Рәсәйҙә сирләү­селәр аҙ түгел). Үҙеңде генә йонсотһалар бер хәл, яуаплылыҡты өҫтөнә алған поручителдәрҙең, ҡыҫылышы булмаған туғандарыңдың телефонына шылтырата башлайҙар, законһыҙ рәүештә аҡса таптыралар. Бигерәк тә үҙ хоҡуғын белмә­гәндәргә был етә ҡала, аптыраған көндән улар аҡса эҙләй башлай.

Күптәр түләй алмай

1 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, халыҡҡа йәмғеһе 10,82 триллион һумлыҡ кредит бирелгән. Йыл башынан ул 860 миллиард һумға (7,9 процентҡа) артҡан. Мәҫәлән, июлдә генә лә – 180 миллиард һум. Бөгөн кредиттарҙы ваҡытында йә иһә бөтөнләй түләй алмағандар дөйөм кредит алғандарҙың 5,4 процентын тәшкил итә. Үҙәк банк мәғүмәттәренә таянғанда, быйыл ете айҙа Рәсәй халҡының банктарға бурысы 587,6 миллиард һумға еткән. Йыл башынан ул 147,3 миллиард һумға (33 процентҡа) артҡан. Шул уҡ ваҡытта илдең Финанс министрлығы, түләй алмаған кешеләр киләсәктә тағы ла күбәйәсәк, тип фаразлай…
Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙең эш хаҡы менән ҙур тауар алыу хыялы ике ятып, бер төшөбөҙгә лә инмәй. Ә кредитҡа – ҡулайлы. Шул уҡ ваҡытта инфляция үҫеше, әйбергә хаҡ артыу менән дә отабыҙ. Мәҫәлән, таныштар Стәрлетамаҡта ун йыл элек ике бүлмәле фатир һатып алды. Хаҡын 15 йыл буйы ипотека аша түләргә тейештәр ине. Ипотекаһы менән 1 миллион 800 мең һумға төштө. Тәүге дуҫтан айырмалы рәүештә былары, Аллаға шөкөр, хатта алдан түләп бара. Бөгөн фатир ипо­текаһыҙ ҙа 1 миллион 800 меңгә барып баҫты, ә алда тағы биш йыл түләргә кәрәк. Ғаилә ғәмәлдә ун биш йыл буйы фатирҙың үҙ хаҡын ғына түләй булып сыға. Отошломо? Шулай уҡ автокредит, йыһаз, төҙөлөшкә ҡулланыу өсөн алынған аҡса менән дә ҡулайлы, түләргә хәлемдән генә килһен! Тик ҡайһы саҡта бер рәхәттең мең михнәте килеп сығыуы ла бар шул.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, Башҡортостанда бөгөн бер юлы хатта биш-алтышар кредит түләүселәр бар. Шулай уҡ алған эш хаҡынан күпкә күберәк кредитты ҡаплатыусыларҙы ла тарих белә. Мәҫәлән, тағы бер танышым айына 14 мең һумлыҡ ипотека түләп бара, бынан тыш 16 меңлек “ваҡ-төйәк” кредиты бар, ике балаһын, декрет ялында ултырған ҡатынын ҡарай. Шул уҡ ваҡытта… уның эш хаҡы – 17 мең һум самаһы. Билдәле, ҡалғанын ҡалым эшләү юлы менән таба дуҫ. Бер дәғүәм дә юҡ, әммә йәштәрҙең ҡурҡмайынса үҙ елкәһенә шул тиклем яуаплылыҡ алыуына иҫең китерлек.

Төнгө сәғәт өстә …
шәп тәҡдим

Ҡара төн уртаһында телефонға смс-хәбәр килеүгә уянып китеү хәҙер бер кемде лә аптыратмай. Йә “Аҡсағыҙ бөтөп килә” тигән хәбәр килеп төшә, йә теләһә ниндәй магазин-банктарҙан шәп тәҡдим яһайҙар. Йәнәһе ошо айҙың аҙағына тиклем кредит алһағыҙ, махсус шарттар тыуҙырасаҡтар.
Шарты шарт менән, бына бер ҙә мөрәжәғәт итмәгән банктар номерыңды ҡайҙан таба тиген: хатта, хөрмәтләп, атайыңдың исемен ҡыҫтырып, килештерергә лә онотмай улар.
Ҡайһы банктан ниндәй тәҡдим генә килмәй хәҙер. Ә бындай ойошмалар Рәсәйҙә меңгә яҡын! Хәйер, мәсьәлә ундамы ни, уларҙың ышаныслылығы, клиент алдындағы бурысы, яуаплылығы – бына ҡайҙа төп һорау. Был йәһәттән һәр банк эшмәкәрлеген төрлөсә алып бара: үҙенсәлекле хеҙмәтләндереү бөгөн төп шарт шул. Әйтәйек, берәүҙәр аҙ процент тәҡдим итә, әммә тиҙ арала түләп бөтөрөргә тейешһең, икенселәр, киреһенсә, ябай кредитты ғына ла (мәҫәлән, ҡулланыусылар кредиты) биш-ете йылға тиклем һуҙа ала. Билдәле, был осраҡта проценттарҙың 300-400-гә тиклем күтәрелеүе ихтимал. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, кеҫәңде ҡапшап ҡарайһың да “буйың еткәненә” бараһың инде.
Тик банкты һайлау шарттарға ғына бәйле түгел шул. Иртәгәһе ниндәй – ошо һорау ҙа урап үтергә тейеш түгел. Мәҫәлән, быйыл ғына ла биш тиҫтәгә яҡын банк лицензияһынан (эшмәкәрлек итеү өсөн рөхсәттән) ҡолаҡ ҡаҡты. Был осраҡта, кредит алыусыларға ҡарағанда, банкка аҡса һалыусылар нығыраҡ ҡайғырырға тейеш, тиһәләр ҙә, хафаланырға урын бар.
Әйткәндәй, сәйәсәттең дә кредитҡа йоғонтоһо юҡ түгел. Илдәр араһында сикләүҙәр башланғас, нисәмә кеше карталарынан аҡса ала алмай, кредит ҡаплатырға мөмкинлеге булмай аҙапланды. Украинанан килгән ҡасаҡтарҙың тегендә ҡалған кредиттары тураһында ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Ә банк өсөн һин һуғыштан – ут эсенән ҡастыңмы, эш хаҡы ала алмай яфаланаһыңмы – мөһим түгел, түлә лә түлә! Ғөмүмән, кредитты һуңлатыуҙан, түләү алмауҙан бер кем дә һаҡлана алмай. Шул уҡ ваҡытта матур йәшәге лә килә бит. Ҡайҙа икән алтын урталыҡ?
Өҫтәге юлдарҙа кредит тарихында ниндәйҙер яңылыҡ астым, тип әйтә алмайым. Финанс, иҡтисад мәсьәләләре әсә һөтө менән ҡаныбыҙға һеңмәгән шул – был хаҡта бер түгел, мең ҡабат һөйләһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Бигерәк тә тормошобоҙҙо кредитһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған дәүерҙә – был тәбиғи күренеш.



Вернуться назад