“Бүребайҙыҡы – тимәк, шахтерһың!” тигән лаҡап бар Хәйбулла төбәгендә. Ысынлап та, бында халыҡтың элек-электән ер аҫты ятҡылығында эшләп, мәғдән табыуға ҙур өлөш индергәне билдәле. Шуныһы ҡыуаныслы: шахтерҙар быуыны бөгөн дә дауам итә, ҡасандыр атай-олатайҙары башлаған һөнәргә улдары менән ейәндәре тоғро ҡала.
Киләсәге өмөтлөБер нәҫелдән булған әллә күпме таусылар династияһы эшләй Бүребайҙа. Байғужиндар, Түләшевтәр, Ишемғоловтар, Әминевтәр, Баязитовтар быуыны бөгөн дә ошо һөнәрҙе лайыҡлы дауам итә. Уларҙың һәр береһенең дөйөм эш стажы — 150 йылдан ашыу.
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте — Хәйбулла районында урынлашҡан иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе. 1930 йылда руданан алтын айырып алыу фабрикаһынан тамыр ебәргән комбинат, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһын тулыландырып, холдингтың иң тотороҡло һәм ҡеүәтле ойошмаһына әүерелә. Ул республикала ғына түгел, ил күләмендә продукцияның үҙҡиммәте түбәнлеге, ә концентраты юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Ҡатнашма составындағы алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле металдар ҙа сифатты яҡшыртыуға йоғонто яһай.
Комбинаттың сеймал базаһын тәшкил иткән “Октябрь” ер аҫты ятҡылығында 400-гә яҡын кеше эшләй. Иң өлкән шахтерға 63 йәш булһа, кесеһенә – 21. Ирле- ҡатынлылар ҙа бар. Гөлдәр һәм Альберт Хәсәновтар, Элиза һәм Салауат Уйылдановтар, Анастасия һәм Дамир Тулыбаевтар, Миләүшә һәм Наил Түләшевтәрҙе миҫалға килтермәксемен.
“Октябрь” ер аҫты ятҡылығы начальнигы Вәкил Рәхмәтовтың кабинетында бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң, шахтерҙар эшмәкәрлеген үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә теләгәнебеҙҙе белдергәс, ул беҙҙе хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе Ринат Әбсәләмов менән таныштырҙы. Ринат Зәки улы тиҙ арала хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәреп, сәғәт 12-лә лифттың шахтаға төшөүен аңғартып, беҙгә йәһәт кенә кейенергә ҡушты.
Һәр беребеҙ йылы махсус кейем, аяғыбыҙға өсәр ҡат ойоҡбаш (кемдер сылғау ураны), бейәләй, каска кейеп, кеҫәгә блокнот менән ручка һалып, фотоаппаратты аҫып, “шахтерҙарса” әҙерләнеп тә ҡуйҙыҡ. Шахтаға төшөүем тәүге тапҡыр түгел, әммә барыбер шомландыра. Еүеш камераға шым ғына килеп индек, йөрәк урынынан шылып ҡуйғандай булды, дөм ҡараңғыла тирә-яҡҡа ҡарауы ла ҡурҡыныс. Аҡрынлап күҙҙәр ер аҫты донъяһына күнекте, маңлайға беркетелгән фонарь яҡтылығына өйрәнде.
Ринат Әбсәләмовтың артынан ҡалмай атларға тырышабыҙ. Аяҡ аҫты һыу, бәләкәй генә күләүектәрҙе кисеп үтергә тура килә.
Ринат Зәки улы һүҙ ыңғайында шахталағы һәр хеҙмәттең бер-береһенә тығыҙ бәйләнгәнен аңлата. Мәҫәлән, күптәр өсөн ят тойолған маркшейдерҙар проходкалаусыларға ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген билдәләһә, тегеләре улар төҙөгән план буйынса автоматлаштырылған көрәк ярҙамында тау массаһын аҡтара.
Сая ҡыҙҙар,
ҡыйыу егеттәр
Проходкалаусылар Илгиз Сәмерханов менән Салауат Уйылданов яңы ҡатламда мәғдән сығарыу өсөн әҙерлек башлаған. Күп эште ҡул көсө менән башҡарған егеттәр беҙҙең менән аралашырға ла ваҡыт тапты.
— Ер аҫтында иң хәүефле һәм ауыр хеҙмәт — һеҙҙеке. Шахтаның ишелеү ҡурҡынысы хәүефләндермәйме? — тигән һорауға улар, кинәйәләп: “Беҙҙең ҡанда шахтерҙар ҡомары йәшәй”, — тип яуапланы. Бүребайҙа, ысынлап та, шахтер һөнәренә ниндәйҙер бер тартыу көсө бар шикелле, шулай булмаһа, һәр кем хеҙмәтенә ҡарата йылылыҡ һәм ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисермәҫ ине.
“Октябрь” тау-байыҡтырыу руднигында төп көстө йәштәр тәшкил итә. Шахтерҙар нәҫеленең икенсе быуын вәкиле Закир Бикбов та ер ҡуйынында эшләүенә һис үкенмәй.
Юлда тау тоҡомо тейәлгән оҙон составлы вагонеткаларға юлыҡтыҡ. Уның янынан үткәндә танауға ҡырҡыу еҫ бәрелгәндәй тойолдо. Күрәһең, “зәңгәр экран”дарҙан эйәрсен газдар сығыу ихтималлығы тураһындағы имеш-мимеш күңелдә уйылып ҡалғандыр. Тау тоҡомон электровоз ярҙамында тейешле урынға ташыйҙар. Беҙ ҙә мәғдәндең ер өҫтөнә нисек сығарылғанын бер аҙ ҡарап торҙоҡ. Ғәжәп бит, “батшалыҡ”та ни генә эшләнмәй: ер ҡуйынын аҡтаралар, сеймалды өҫкә сығаралар, бәләкәс вагондар туҡтауһыҙ елдерә...
Электровоз йөрөтөүсе Дамир Тулыбаев һүҙгә һараныраҡ булып сыҡты. Ситтән ҡарап торғанда, әйтерһең дә, уйынсыҡ вагонды әйләндерә. Әммә был һөнәр ҙур иғтибар талап итә, хәүефле. Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән Дамир Радик улы ете йылдан ашыу ошо шахтала тир түгә. Эшенән ҡәнәғәт, хатта буласаҡ кәләшен дә “ер аҫтынан” тапҡан. Ҡатыны Анастасия сигналсы булып хеҙмәт итә.
Ғөмүмән, шахтала ҡатын-ҡыҙҙың эшләүе — тәбиғи күренеш. Улар араһында маркшейдер, сигналсы, машинист һөнәрен үҙ итеүселәр бар. Шундай саяларҙың береһе Зилә Сынбулатованы ла эш урынында осраттыҡ. Ул шахталағы күтәреү машинаһына идара итә. Ер ҡуйынына төшкән һәр смена эшселәрен, ҡорамалдарҙы, төҙөлөш материалдарын күтәреп-төшөрөүҙән тыш, тау рудаһын сығарыу ҙа уның яуаплылығында. Шуға күрә иғтибарҙы бер минутҡа ла ситкә йүнәлтергә ярамай. Шуныһы үҙенсәлекле: машинистар тик тауыш, яҡтылыҡ сигналдарына ғына буйһона. Мәҫәлән, “туҡтат”, “аҫҡа”, “өҫкә күтәр”, “шахтала — ауырыу” һәм башҡа бойороҡтарҙы аңлатҡан унға яҡын тауыш сигналы бар. Ошо яуаплы эшкә килгәнсе, машинистарҙың барыһы ла тәүҙә сигналсы булып эшләй.
Шахталағы хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә барғанлыҡтан, эш тәртибе лә шуға ҡоролған. Пульт янынан бер минутҡа ла китергә ярамай. Смена буйы барабандарға, ундағы билдәләргә ҡарап ултырыу еңелдән түгел, әлбиттә. Күтәреү машинаһы кабинаһының киң тәҙрәһенән ике ҙур барабан күренә. Уларҙың береһенән ҡорос канат һүтелеп икенсеһенә урала, шул рәүешле аҫҡа һәм өҫкә хәрәкәт барлыҡҡа килә.
Шахтанан сығыу яғына юл алғас, барыбыҙ ҙа иркен һулап ҡуйҙыҡ. Ни тиһәң дә, беҙгә шахтер хеҙмәте еңел бирелмәне. Биш километр ара үтеп, арманһыҙ булып, сығыу урынына яҡынлашабыҙ. Яҡты ҡояшты күреү, ер өҫтөнә күтәрелеү теләге беҙ көткәнсә тиҙ генә бойомға ашманы: махсус бүлмәлә бер аҙ көтөп ултырырға тура килде. Йәшерен-батырын түгел, баштан “уф, имен-һау сыҡтыҡ шикелле” тигән уй йүгерҙе. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең ер аҫты “батшалығы”на сәйәхәтебеҙ ни бары бер нисә сәғәткә генә һуҙылды. Юҡҡа ғына был һөнәргә сыҙамлылар һәм ҡыйыуҙар ғына тоғро ҡалмайҙыр шул.
Шахтер икмәгеИкмәк тәме ҡәҙерен ер аҫтында булып сыҡҡандан һуң тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Айырыуса ул хуш еҫле, тәмле әпәкәй Бүребай тау-байыҡтырыу икмәкханаһында бешерелһә!
Бында етештерелгән продукция башлыса “Октябрь” ер аҫты руднигы ашханаһына ебәрелә. Ҡалғандарын Бүребай ауылы халҡы бик теләп һатып ала.
Коллективта бөтәһе биш кеше эшләй. Көнөнә 400-ҙән ашыу икмәк бешереүҙән тыш, егәрле хеҙмәткәрҙәр төрлө күмәс, бәлештәр ҙә өлгөртә, заказ биреүселәрҙе лә хеҙмәтләндерә. Комбинат етәкселеге уларға һәр саҡ ярҙам итә, эш шарттарын яҡшыртыу өсөн кәрәкле саралар күрә.
Миңзилә Ишемғолова, Рәсимә Дәүләтҡолова һәм Зилиә Ураҙғоловаларҙы беҙ эш урынында осратып, иҫтәлеккә фотоға төшөрөп тә алдыҡ.
Артабан беҙҙе “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинаты йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Борһанитдин улы Аблаев яңы төҙөлөп ятҡан, сәнәғәттә ҙур асыш булырлыҡ “Көньяҡ” шахта үҙәгендә ҡаршыланы, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
Яңы шахта файҙаланыуға тапшырылғас, эш урындары ике тапҡырға артасаҡ. Уның тәрәнлеге — 492 метр. Сеймал запасы киләсәктә комбинатҡа оҙайлы йылдар буйына етештереү кимәлен юғары күләмдә башҡарыуҙы тәьмин итәсәк. Тимәк, артабан да “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинаты йәмғиәте төбәктә генә түгел, тотош илдә тау сәнәғәтенең флагманы булып ҡаласаҡ.
Шахтала Кәримә УСМАНОВА
“тир түкте”.