“Үҙебеҙҙекен генә алам...”29.08.2014
“Үҙебеҙҙекен генә алам...”
Ҡәҙимгесә генә көн күргән мәлдә, тормошобоҙға “санкция” тигән һүҙ бәреп килеп инде. Телевизор, радио, гәзиттәрҙең дә был һүҙҙе ҡыҫтырмаған көнө юҡ. Ә ябай халыҡты был “санкция” ҡыҫтымы, әллә ҡостомо?


Башҡортостан Президенты вази­фа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хә­митов республика Хөкүмәте ағзалары менән берлектә үткәргән кәңәшмәнең дә баҙар хаҡтарына арналыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Рәсәйгә ҡарата санкциялар иғлан ителеү сәбәпле, ҡайһы бер сит ил тауарҙарын һатыуға индереү тыйылып, үҙебеҙҙең продукцияға иркен юл бирелде. Шуны ғына көтөп торғандай, республика етештереүселәре тауарына “баһа”ны күтәрергә лә күп һораманы. Ҡаймаҡҡа, пастеризацияланған һөткә, бөртөклө ҡара сәйгә, тауыҡ итенә, туңдырылған балыҡҡа, балыҡ консерваларына хаҡ 1,1-2,5 процентҡа артты ла инде. Әйткәндәй, республика башлығы тап ошо тауарҙар исемлеген айырым күҙәтеү аҫтында тоторға ҡушҡайны.
Күрһәтмә үтәләме-юҡмы? Өфөнөң Үҙәк баҙарына юл тоттоҡ. Йәй аҙағы булғанлыҡтан, һатыусыларҙың йөҙө шат. Яңы уҡыу йылы алдынан халыҡ аҙыҡ-түлекте лә, кейемде лә күпләп ала. Жуково ҡасабаһында йәшәгән пенсионер Миңсәриә Вәлитова ла гөрләп торған баҙарҙа тап булды.
– Хаҡтар тешләшмәйме, апай? Сәй, тауыҡ ите, һөт-ҡаймаҡты ҡайҙан ала­һығыҙ? – тип һораныҡ.
– Бер ыңғай күп итеп алып ҡуйғас, һуңғы арала сәй кәрәккәне юҡ. Тауыҡ итенә хаҡ артҡандан-арта, 95 һумдан 145-кә етте. Һөт ризыҡтарын “Алексеевка” совхозынан алам, улар ҙа хаҡты бер тапҡыр күтәреп алды, әлегә һиҙелмәй. Балыҡ электән ҡыйбат һатыла ине, – тине Миңсәриә апай.
Революция урамындағы “Полушка” магазинынан сығып килгән Рима апайға шул уҡ һорау менән мөрәжәғәт итәбеҙ.
– Хаҡтар артҡанын һиҙмәнем. Социаль картам ошо магазинға беркетелгән, гел шунда йөрөйөм. Бер ҡасан да сит ил тауарын алманым, ниндәй генә булмаһын, үҙебеҙҙә етештерелгәнде хуп күрәм, – тип яуапланы туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған әңгәмәсебеҙ.
Магазинға инәбеҙ, һатыусыларҙан ниндәй тауарҙарға хаҡ артҡаны менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Әлегә был күҙәтелмәй, киреһенсә, ҡайһы бер төр сәйҙәр осһоҙайҙы, 109 һумдан 98-гә, 104-тән 88-гә тиклем төштө. Һөт ризыҡтары ла элекке хаҡ менән ебә­релә. Емеш-еләктән лимон ғына ҡим­мәтләнде, – ти улар. – Балыҡ кон­­­сер­ва­ларына ла бер үк хаҡ ҡуябыҙ, сөнки аҙ ғына булһа ла арттырһаҡ, даими һатып алыусыларыбыҙ әллә ҡасан уҡ ғауғалашыр ине.
Баш ҡаланың үҙәк урамдарында урынлашҡан магазин хаҡтары буйынса: бөртөклө ҡара сәйҙең 90 грамы – 66 һум 95 тин, ҡуйылығы 30 процентлыҡ ҡаймаҡтың 200 грамы – 38 һум 95 тин, ҡуйылығы 3,2 процент булған һөттөң литры – 35 һум 55 тин, шпроттың 160 грамлык банкаһы – 22 һум 95 тин, туңдырылған балыҡтың бер килоһы – 89 һум 90 тин.
Әлегә хаҡтар “тешләшмәй”, халыҡ та тыныс. Киләсәктә хәл үҙгәрерме? Күҙ күрер, баҙар хәл итер.


Вернуться назад