Ауыл уңғандарҙы ярата29.08.2014
Ауыл уңғандарҙы ярата
Башҡортостан муниципаль берәмектәренең V съезы алдынан тармаҡтағы мәсьәләләргә, ауыл тормошона хас проблемаларға, уларҙы хәл итеү юлдарына, ғөмүмән, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үѕешенә бер ни тиклем асыҡлыҡ индереүен һорап, республика Президенты кәңәшсеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Рәсүл ҒОСМАНОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Рәсүл Үзбәк улы, бөгөн бөтә дәүләттәр ҙә тәү сиратта үҙ төбәктәренең социаль үѕеш мәсьәләһен хәстәрләй. Был илдәрҙең идеологик ҡараштарындағы айырмалыҡ нимәнән ғибәрәт?
– Хәтерегеҙҙәлер, былтыр Башҡорт­остан Президенты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә: «Тормош сифатын яҡшыртыу, ҡала-ауылдарҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ көнкүреш шарттары булдырыу – иң мөһим маҡсатыбыҙ», – тигәйне. Урындағы мәсьәлә­ләр­ҙе хәл иткәндә ябай халыҡтың фекеренә таяныу, түрәләрҙең ерлектәге мөнәсәбәттәргә яҡынайыуы, ғөмүмән, йәмғиәтте бер бөтөн итеп туплау бурысы документтың төп идеяһында һынланыш тапты. Республика етәксеһе билдәләгән ошо йүнәлештәр беҙ һайлаған яңы идеологияның нигеҙен хасил итте. Әүҙем индивидуализмға ҡоролған Көнсығыш де­мократияһының ҡиммәттәрен юҡҡа сығарыуҙа, дөрөѕөрәге, уларға ҡаршы тороуҙа ныҡлы таяныс булды был.
Донъя цивилизацияһының үѕеш этабын алып ҡарағанда ла, һынылыш мәлдәрендә күптәр тәү сиратта кол­лек­тив­лашыуға мөрәжәғәт иткән. Айырыуса Икенсе Бөтә донъя һуғышы миѕалында был асыҡ сағыла.
Тарихтан иѕләйһегеҙҙер, яҡынса 800 йыл элек Рәсәйҙең Европа өлөшөнә ҡараған биләмәләрендә 250-нән ашыу ханлыҡ үҙ-ара ыҙғыш башлай, һәм нәҡ ин­дивидуализм идеологияһы теләһә ҡайһы ауырлыҡтарҙы кире ҡағырға һәләтле Мәскәү дәүләтенең үѕешенә кәртә ҡуя.
Бөгөнгө тормошҡа әйләнеп ҡайтҡанда иһә, беҙҙең халыҡ «шәхсәнлек ауырыуы» менән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Беловежье килешеүе төҙөлгәндә осрашты. Ил етәкселегенең «һүҙ берлеге» Рәсәйҙең миллионлаған гражданының фекерен инҡар итте. Уның кире эҙемтәләрен әле булһа татыйбыҙ. Әйтергә кәрәк, донъяға бындай ҡараш беҙҙең республика башлығының сәйәси асылына бөтөнләй тап килмәй.
– Ауыл һәм ҡала тормошондағы социаль тигеҙһеҙлек тураһында һүҙ сыҡһа, күңел әрнеп ҡуя. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта был хаҡта йыш һөйләйҙәр, күп яҙалар. Айырмалыҡты ниндәй сәбәптәр көсәйтә һуң?
– Ысынлап та, бөгөн ауылдарҙың социаль хәле киѕкенләшә бара. Һәм, әйтергә кәрәк, дәүләттең, шул иѕәптән Баш­ҡортостандың да, өлөшөнә төшкән был «мираѕ», нисек кенә ҡаты яңғырамаһын, сиҙәм ерҙәрҙе самаһыҙ үҙләштереү һөҙөмтәһе. Эш шунда: заманында Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге Ҡара тупраҡһыҙ зона дәүләттәрҙең күпләп формалашыуына ерлек була, һәм ул бы­уаттар дауамында ошо илдәрҙе ашата, ҡарай, артабанғы үѕешенә булышлыҡ итә.
Ҡәҙимге тормошҡа Столыпин реформаһы «төҙәтмә»ләр индерә – төбәктә йәшәгән ерһеҙ крәѕтиәндәрҙе көнсығышҡа, үҙләштерелмәгән ерҙәргә, күсереп ултыртыу башлана. Һөҙөмтәлә граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары шаңдауы, шулай уҡ уларҙан һуңғы ауыр йылдар, илде тергеҙеү урындағы халыҡтың иңенә ауыр йөк булып ята. Шуға ла сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәндә ауыл хужалығы өлкәһендәге финанс ресурстарының яртыһын тиерлек Рәсәйҙең тап ошо төбәктәренә юллау, ауылдарҙы социаль төҙөкләндереүгә булышлыҡ итеү, игенселек тармағын көсәйтеүҙә ҡатнашыу маҡсатҡа ярашлы атҡарыла. Мәрхәмәтлек әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай, сөнки ул заманда ҡаҙнаның 26 проценты (!) ауыл хужалығы тармағына йүнәлтелгән була. Тик һөҙөмтә генә көтөлмәгәнсәрәк килеп сыға: яңы ерҙәр үҙләштерелә, әммә иѕкеләре бөлгөнлөккә төшә. Иң ҡыҙғанысы шул: хаталарҙы берәү ҙә иғтибарға алмай, йылдар үтеү менән яңы реформалар шаңдауы аѕтында республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондарындағы ауыл хужалығы зоналары нәҡ шундай хәлдә ҡала. Ошонан һуң да тарих ҡабатланмай тип әйтеп ҡара инде.
Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа ғына ауыл халҡы (Рәсәй кимәлендә) өс миллионға кәмене, ҡайһы берҙәрендә (28 процент) кеше һаны унауҙан да артмай, ә бөтөнләй ташландыҡ хәлдә ҡалғандары тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Сәйәси күҙлектән сығып баһалағанда, был Рәсәй яҙмышында эҙемтәһеҙ үтмәйәсәк. Киләсәктә хатта ташландыҡ ерҙәрҙең мигранттар тарафынан ҡабаттан үҙләштерелеүе лә ихтимал. Шуға ла бөгөн ауыл ерлегендәге проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнергә, дәүләт ресурстары иѕәбенә халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртырға кәрәк.
– Ауылдарҙың социаль үѕешенә бәйле мәсьәләләргә ил, республика етәкселеге ниндәй мөнәсәбәттә?
– Аңлап тораһығыҙ, был бер көн эсендә генә хәл ителә торған проблема түгел. Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Советының сираттағы кәңәшмәһендә ауыл биләмәләрен үѕтереүҙең оҙайлы стратегияһын әҙерләргә ҡушты. Республикала ла был йәһәттән эш бара: бөтә биләмәләрҙең, шул иѕәптән ауыл һәм райондарҙың, үѕеш концепцияһы өйрәнелә. Башланғыс киләсәктә урындарҙа социаль (мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, сауҙа нөктәләре, мәҙәниәт усаҡтары) һәм инженер инфраструктуралары (газ, һыу, электр үткәреү, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү) менән бер рәттән махсус ял урындары, спорт ҡоролмалары төҙөүгә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ауылдарҙы үѕтереүгә йү­нәл­телгән оҙайлы стратегиялар илдең эске ихтыяжынан ғына сығып төҙөлөргә тейеш түгел. Бында халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең, донъя кимәлендәге иҡтисади көрсөктөң, хатта һауа шарттарының иѕәпкә алыныуы шарт. Ни өсөн тигәндә, белгес­тәр 2020 йыл аҙағына һауа температураһының – ике, ә 2080 йылға алты-һигеҙ градусҡа юғарыраҡ буласағын фаразлай. Экологик хәл дә киѕкенләшәсәк. Ун – ун биш йылдан иген культураларына ла ихтыяж артасағын иѕәпкә алғанда, беҙгә ауыл хужалығы биләмәләренең иҡтисади яҡтан файҙаһын арттырыу йәһәтенән башҡараһы эш күп әле.
– Ә был үѕешкә, ғәҙәттә, ниндәй шарттар йоғонто яһай?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө заманда оҙайлы проекттарға ниндәйҙер иҡтисади йә иһә социаль күҙаллауҙар яһау бигүк дөрөѕ булмаѕ ине. Етмәһә, был йыш ҡына йәмәғәтселектә яңылыш фекер тыуҙы­рыу­сан. Тәжрибәмдән сығып шуны ғына әйтә алам: һәр дәүләт (үҙ мөмкинлектәренән сығып, әлбиттә) үҙенсә үѕешә. Бөгөн, әйтәйек, элекке ҡеүәтле СССР-ҙың урынына Ҡытай халыҡ республикаһы етәкселегендә Көнсығыш Азия илдәре дәғүә итә. Нәҡ шуның өсөн дә Америка президенты Барак Обама үҙ илен ҡабаттан индустриялаштырыу идеяһын Рәсәйҙе сә­йәси һәм иҡтисади йәһәттән бөлгөнлөккә төшөрөүҙән башлауҙы хуп күрҙе. Шуның өсөн ауыл биләмәләрен иҡтисади һәм социаль яҡтан нығытыу XXI быуатта иң ҡатмарлы, яуаплы бурыс булып тора. Һуңғы ваҡытта шәхси хужалыҡтарҙың әһәмиәте арта. Миѕал эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел: былтыр Башҡортостандың ауыл хужалығы ойошмалары – 38 (30,5 процент), крәѕтиән (фермер) хужалыҡтары – 7,7 (6,2 процент) һәм шәхси хужалыҡтар 79 миллиард һумлыҡ продукция (63,3 процент) етештергән. Күреүегеҙсә, уңыштың күп өлөшө һуңғыларға тура килә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа был хужалыҡтарҙа һыйыр малы ҡырҡа кәмене. Әйтәйек, улар 1994 йылда халыҡта 428 мең иѕәпләнһә, ике йыл элек яҡынса 280 мең баш тәшкил итте. Сәбәптәре төрлө, әлбиттә. Шулай ҙа белгестәр бындай һөҙөмтәне һуңғы йылдарҙа йәйҙең ҡоро килеүе, мал аҙығының етерлек кимәлдә әҙерләнмәүе менән аңлата.
– Рәсүл Үзбәк улы, стихиялы бәлә-ҡазалар ҙа үѕешкә кәртә ҡора. Башҡортостан биләмәләрендә бындай афәттәр айырыуса һуңғы йылдарҙа йышая төштө. Был йәһәттән ниндәй саралар күрелә?
– Ысынлап та, һуңғы ваҡытта айырыу­са көньяҡ-көнсығыш райондар халҡы тәбиғәт алдында байтаҡ һынау тотто. Былтыр, мәѕәлән, көслө ташҡындар һөҙөмтәһендә Әбйәлил һәм Белорет райондары бер миллиард һумдан ашыу зыян күрҙе. Ошо уҡ йылда, бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле, әллә күпме уңыш ерҙә ятып ҡалды. Яҙғы ҡоролоҡ, йәйге-көҙгө йонсоу көндәр бәкәлгә ныҡ һуҡты. Әлбиттә, матди юғалтыуҙар өлөшләтә булһа ла страховка иѕәбенә ҡап­лана, әммә эш унда ла түгел. Бындай шарттар тәү сиратта шәхси хужалыҡтарҙы бөлдөрә. Ябай халыҡ ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләй алмай, шунлыҡтан малсылыҡ тармағынан килгән табыш та кәмей. Күптәр хатта мал-тыуарын тотонорға мәж­бүр була. Был осраҡта бер генә кәңәш: көн торошона ҡарап, аҙыҡты бер-ике йылға етерлек итеп әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Билдәле, был мәсьәләне урындағы ауыл хужалығы предприятиелары менән берлектә хәл итеү отошлораҡ. Әммә улар ҙа форсаттан файҙаланып шашып китмәһен ине. Юҡһа, күптән түгел Хәйбулла яҡтарынан килгән мәғлүмәттән күренеүенсә, мал аҙығына хаҡтарҙың саманан тыш ҡиммәт булыуы урындағы халыҡҡа күпләп мал үрсетеүгә кәртә булып тора. Ошондай шарттарҙа ниндәй социаль тигеҙлек тураһында һөйләргә мөмкин?!
Әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә алға ки­теш тә бар. Әйтәйек, былтыр ауылдарҙы социаль үѕтереү йәһәтенән республика программаһы буйынса 1,8 миллиард һум аҡса тотонолған. Башҡортостандың 46 ауылына «зәңгәр яғыулыҡ» индерелгән, 29 биләмәлә һыу үткәргес һуҙылған, алты фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа ингән, йәш ғаиләләргә һәм белгестәргә 32,5 мең квадрат метр майҙанлыҡ торлаҡ төҙөлгән.
Урындағы етешһеҙлектәрҙе, хәл итәһе мәсьәләләрҙе иѕәпкә алып, былтыр Рә­сәй Хөкүмәте «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үѕеше» тигән маҡсатлы про­г­рамманы раѕланы. Уға ярашлы 3 600 ауыл эшсәненә, башлыса йәш белгес­тәргә, торлаҡ төҙөү ҡаралған, шулай уҡ балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт усаҡтары, спорт биналары сафҡа инәсәк. Халыҡты һыу, газ менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителер тип көтөлә. Ҡыѕҡаһы, бөгөн ауылды йәшәртеүгә, лайыҡлы көнкүреш шарттары булдырыуға ныҡлы нигеҙ бар. Әммә бурысты тормошҡа ашырыуға бөгөндән тотоноу шарт. Бының өсөн тәү сиратта эш хаҡтарын арттырыу, өѕтәмә хеҙмәт урындары булдырыу, йәштәрҙең мәшғүллеген хәстәрләү мөһим. Шәхси хужалыҡтар өсөн яңы программалар кәрәк. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа йәштәрҙе күберәк ылыҡтырыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Әйткәндәй, донъя практикаһынан күренеүенсә, һәр илдең иҡтисади үѕеш кимәлен тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ билдәләй.
Ауыл уңғандарҙы ярата. Ергә берегеп, уны дөрөѕ файҙаланып (үҙ мәнфәғәтеңдә, әлбиттә), ҡара тупраҡтың «тәмен» тойоп эшләгәндәрҙең киләсәге яҡты, йәшәйеше маҡсатлы. Бөгөн ауыл ерендә эш юҡлыҡҡа һылтаныу – мәғәнәһеҙлек. Тырыштарҙың шөғөлө лә, ашы ла бар, иртәгәһе көнө лә ышаныслы.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рәсүл Үзбәк улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


Вернуться назад