Хәүефһеҙлек өсөн өлкәндәр яуаплы29.08.2014
Белем көнөндә бөтөн ил мәктәптәре үҙ ишеген асасаҡ. Беренсе ҡыңғырау яңғыраясаҡ, йәй буйы күрешмәгән балалар шау-гөр килеп класташтары менән аралашасаҡ. Был көндәге саралар күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Шулай ҙа донъяла яман ниәтле кешеләр барлығын да иҫтән сығармайыҡ. Тап халыҡ күп йыйылған ерҙә террористик акттар була. Уларҙың айырым учреждениеларға һәм йорттарға ла һөжүм итеүе ихтимал. Шуға күрә һаҡланыу сараларын белеү ҡамасауламаҫ.

Терроризм янағанда нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән йорт, мәктәп тирәһендәге таныш түгел автомобилдәргә яҡын килергә ярамай. Сит кешеләргә иғтибар итеү мөһим. Подвалға йәшник, тоҡ кеүек әйберҙәр ташыған сәйерерәк кешеләр күҙгә ташланһа, мотлаҡ ата-әсәләргә, өлкәндәргә хәбәр итегеҙ.
Терроризм осрағы янағанда эвакуацияға әҙер булыу мөһим. Сумкағыҙға документ­тарҙы, аҡса һалырға онотмағыҙ, балконды тиҙ тоҡаныусан әйберҙәрҙән бушатығыҙ, ҡорған­дарҙы ябығыҙ. Балаларығыҙҙы киҫәтеп ҡуйығыҙ: өйҙә ултырғанда бер ваҡытта ла сит кешеләргә ишек асмаһындар!
Ярҙамға мохтаж булһағыҙ, 01 һандарын йыйып, Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шыл­тыратығыҙ, кеҫә телефонынан 112 номерын йыйырға кәрәк. Был һандар менән иҫәптә аҡса булмаған саҡта ла бәйләнешкә инергә була.




Вернуться назад