“Үҙемдән дә бигерәк, әбейҙәрем һөйөнә”29.08.2014
“Үҙемдән дә бигерәк, әбейҙәрем һөйөнә”
Бүләкләү тантанаһы бөтөүгә Финиә Муллайән ҡыҙының телефоны шылтырай ҙа башланы.
– Алдым, алдым!.. Ҙур рәхмәт!.. Иртәгә үк килтереп күрһәтәм! — Ханым кемдәндер ҡотлау сәләме ҡабул итә ине.
– Республиканың юғары дәүләт наградаһын алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. – Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан Финиә апайҙың ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашырға ашығабыҙ.
– Рәхмәт, һылыуым! Үҙемдән дә бигерәк әбейҙәрем һөйөнә. Иртәнән бирле шылтыраталар. Наградаңды тиҙерәк алып ҡайта һал, тиҙәр.


Финиә Ғәтиәтуллина — Балтас районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре. Тармаҡта эшләүенә – 24 йыл. “Туғыҙ әбейҙе ҡарайым. Эшемде шул тиклем яратам”, — ти ул. Финиә Муллайән ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте был көндө юғары баһаланды — уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп китмәй мөмкин түгел — ул да булһа профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурысыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул. Бүләкләнеүселәрҙең һөнәри оҫталығын Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов та билдәләп үтте. Ул төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, тырыштарҙың хеҙмәте менән республика социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, тип билдәләне.
Бүләкләнеүселәр араһында Көйөргәҙе райо­ны­ның Бахмут ауыл хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова ла бар ине. Нурия ханым етәксе вазифаһын ун йылдан ашыу башҡара.
– Ауылда тормош ҡайнай. Әле бына республика муниципаль берәмектәренең V съезына әҙер­лә­нә­беҙ. Урында хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар, — ти ул.
– Хәҙер ауыл Советтарына үҙаллылыҡ статусын биреп бөттөләр. Бындай эш алымы ҡурҡытмаймы?
– Юҡ, киреһенсә, янып, дәртләнеп эшләргә мөмкинлектәр асылды. Күптән түгел “Мираҫ” үҙидара биләмә органын ойоштороп ебәрҙек. Киләсәккә пландар тағы ла ҙурыраҡ. Иң мөһиме –халыҡ уянды. Шуға эшләүе лә еңел, рәхәт, — тине хакимиәт башлығы.
Әйткәндәй, Нурия Нуриман ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән наградланды. Билдәле рәссамдар Дамир Ишемғолов менән Рәмил Килмәмәтов — “Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы”, М. Кәрим исемендге Милли йәштәр театрындағы башҡорт төркөмөнөң баш режиссеры Рөстәм Хәкимов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды.


Вернуться назад