Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһында мәғариф буйынса кәңәшмәнең пленар ултырышында сығыш яһаны. Сара Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.
Кәңәшмә башланыр алдынан республика етәксеһе сентябрҙә Орджоникидзе районында асыласаҡ 48-се балалар баҡсаһында булды. Төҙөлөш былтыр октябрҙә башланған. Дөйөм майҙаны 5,7 мең квадрат метрлыҡ бина бер нисә ай эсендә һалынған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 216 урынға (туғыҙ төркөмгә) иҫәпләнгән.
Быйыл Өфөләге балалар баҡсаларында өҫтәмә рәүештә 1 400 урын булдырыу күҙаллана. 2010 йылда 17,5 мең кеше сиратта торһа, әле был һан 4,5 меңгә тиклем кәмегән.
Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында Рөстәм Хәмитов электрон уҡытыу саралары, өҫтәмә белем биреү технологиялары, заманса дидактика материалдары ҡуйылған күргәҙмәне ҡарап сыҡты.
— Балалар баҡсаһы, юғары уҡыу йорттары, мәктәп, колледж һөнәри техник белем биреү системаһында бер бөтөн булып эшләргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был күҙәтелмәй. Мәғариф учреждениеларының һәр береһе үҙенсә эшләй, — тине Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә. — Үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, дөйөм программа буйынса килешеп эш иткән ҡеүәтле уҡытыу структураларын ойоштороу өсөн ниндәй сара күрергә һуң? Был — бик етди һорау, уға әлегә яуап юҡ. Һәр кем ғәмәлдәге шарттарға яраҡлашып, яңғыҙ көн күрергә тырыша. Уҡыу йорто иң элек төплө белем бирергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта әхлаҡи тәрбиә биреү – эшегеҙҙәге төп бурыстарҙың береһе.
Төбәк башлығы ошо көндәрҙә Хөкүмәттәге коллегалары менән бергә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмғиәттә үҙ урынын табыуы тураһындағы документаль фильм ҡарауын телгә алды.
– Улар үҙҙәренә ҡарата ниндәйҙер махсус мөнәсәбәт талап итмәй. Һәр ҡайһыбыҙ кеүек үк ябай кешеләр, тик цивилизация уңайлыҡтарынан тулыһынса файҙалана алмайҙар. Фильмда тренер фитнес үҙәгендә инвалидтарҙың да шөғөлләнеүе хаҡында һөйләй, –тине Рөстәм Хәмитов. – Иң ғәжәпләндергәне шул булды: үҙәккә килгән ҡайһы берәүҙәр инвалидтарға ҡарап: “Улар булдыра алған эш минең дә ҡулымдан килә. Спорттағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тейешмен”, — тип үҙен дәртләндерә. Әммә һау кешеләрҙең күбеһе инвалидтар шөғөлләнгән спорт клубына килеүҙән баш тарта.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бындай хәл – мәктәп, тотош йәмғиәт һәм власть эшендәге ҙур етешһеҙлек. Балаларға төрлө фәндәрҙән белем бирәбеҙ, һүҙҙәрҙе хатаһыҙ яҙырға өйрәтәбеҙ. Әммә бөгөн әхлаҡи тәрбиә бөтөнләй башҡа төрлө ҡараш талап итә.