Милләттәштәренә терәк27.01.2012
Милләттәштәренә терәкРедакцияға дәртле баҫып, ихлас йылмайып килеп ингән апай шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Татарстанда йәшәүсе Рәхимә Ғәббәсова-Вәлиуллина булып сыҡты был ханым. Уртаҡ тел тиҙ табылды, ул үҙенең тормошо һәм бөгөн ниндәй уйҙар менән янып йөрөүе тураһында һис тартынмайынса һөйләп бирҙе.
Һүҙен йәшлегенән башланы. Күгәрсен районында тыуып үҫкән телсән, үткер ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә тип Өфөгә килә. Тәүге имтихандарҙы уңышлы тапшырһа ла, урыҫ телен белмәү сәбәпле һынауҙы тулыһынса үтә алмай. Әлбиттә, юғары маҡсат ҡуйып йәшәгәнгә күрә, ныҡ ғәрләнә, шулай ҙа юғалып ҡалмай һәм икенсе йәй тағы ла киләм тигән ниәт менән ҡайтып китә. 1966 йылда Ташкентта ер тетрәй. Унда барып, бер-ике йыл дауамында ҡаланы тергеҙеүҙә ҡатнашҡандар үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инәсәк тигән ҡарар сыҡҡанын белеп ҡалғас, Рәхимә Үзбәкстан яҡтарына юлланырға тәүәккәлләй.
Бында ла юғалып ҡалмай: ең һыҙғанып эшкә керешә, төҙөлөш техникумына уҡырға инеп, һөнәр алып сыға. Шунда татар егете менән өйләнешә. Яҡшы эшләгәне өсөн ҡыҙҙы тәүҙә бригадир, аҙаҡ мастер итәләр. Шәп белгесте юғалтҡылары килмәгәнгә күрә, ике бүлмәле фатир ҙа бирәләр.
Шулай, яҙмышына буйһоноп, сит яҡтарҙа тороп ҡала Рәхимә апай. Әммә башҡорт ҡыҙының милли рухы һүнмәй. Йәне менән һәр ваҡыт тыуған илендә була ул. Телен, мәҙәниәтен бер ҡасан да онотмай. Туҡһанынсы йылдар башында Ташкентта башҡорттарҙың милли-мәҙәни үҙәге асылыуы тураһында ишетеп ҡалғас, шунда уҡ уларҙы эҙләп таба. Үҙенең шиғырҙарын тәҡдим итә, “Ирәндек” ансамблендә шөғөлләнә башлай. Дәртле ҡатын яңы ғына барлыҡҡа килгән үҙәктең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Йыр-бейеү менән төрлө ҡалаларға сығып, үҙенең башҡортлоғон танытып та йөрөй.
Шулай ҙа тыуған ил барыбер үҙенә тарта. 2004 йылда Вәлиуллиндар ғаиләһе Рәсәйгә ҡайтырға ҡарар итә. Бының сәбәпсеһе кесе ҡыҙҙары була: ул Ташкенттағы медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай ҙа, сит ерҙә эшләгем килмәй, әйҙә, ҡайтайыҡ, тип ата-әсәһенең ҡылын тарта.
— Һүҙемдә нығыраҡ торһам, Күгәрсен районына йәки Өфөгә ҡайтыр инек, әммә ир кешенең тыуған яғында йәшәргә кәрәк тип, Татарстанды һайланыҡ, — ти ул.
Саба районында йорт алып, шунда йәшәп китәләр. Тормош уртаһында ҡайнарға күнеккән Рәхимә Вәлиуллина бында ла шымып ятыуҙы хуп күрмәй. Тәүҙә ул республиканың ете районын хеҙмәтләндергән “Саба тулҡындары” телерадиокомпанияһына бара, шиғырҙар яҙыуын һәм радио аша сығыш яһарға теләүен әйтә. Тапшырыуҙарҙың береһендә ул шиғырҙарын саф башҡортса уҡып ишеттерә, халыҡҡа был оҡшай. Рәхимә апай туҡталып ҡалмай: тағы бер нисә тапшырыуҙа ҡатнашҡандан һуң, ҡыйыуланып китеп, радио етәкселегенә башҡорт телендә үҙ тапшырыуын асырға теләүе тураһында әйтә. Быға ла ризалыҡ бирәләр. Шунан бирле аҙна һайын Татарстанда Рәхимә Вәлиуллинаның башҡорт телендәге тапшырыуҙары эфирға сыға.
— Халыҡты Башҡортостан яңылыҡтары менән таныштырам, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирәм, үҙебеҙҙең йырҙарҙы, ҡурай моңон тыңлатам. Эфирҙы районда йәшәүсе башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа ярата, көтөп ала, — ти ул.
Ҡазанға барып, ундағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Фирҙәүес Бәшированы ла таба апай. Уны үҙенең тапшырыуына саҡырып, төбәк башҡорттары тураһында һөйләтә башлай. Был да халыҡ тарафынан дәррәү ҡабул ителә. Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе булараҡ, Рәхимә апайҙы бөгөн Татарстан райондарының күпселегендә беләләр.
Беҙҙең редакцияға Рәхимә Вәлиуллина ҙур шатлығы менән уртаҡлашырға килгәйне: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында аҙна һайын 15 минут сығыш яһау мөмкинлеге биргәндәр икән. Хәҙер ул Татарстандың төрлө райондары буйлап милләттәштәребеҙҙе эҙләп табырға, улар тураһында тапшырыуҙар әҙерләргә һәм тыуған республикаһы халҡына мәғлүмәт еткереп торорға ниәтләй.
Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телеканалы Ҡазанда күрһәтһә лә, Саба районында уны тотоуы еңел түгел икән. Тынғыһыҙ Рәхимә апай бының менән килешмәй һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Уға “тәрилкә” элеп ҡуйырға тәҡдим итәләр. Бөгөн яҡташыбыҙ үҙебеҙҙең телдәге телетапшырыуҙарҙы көн дә кинәнеп ҡарай, “Юлдаш” радиоһын да иртәнән кискә тиклем рәхәтләнеп тыңлай.
Үҙенең районында йәшәүсе башҡорттарҙы эҙләү менән ихлас шөғөлләнә ул. Шулай милләттәштәренең байтағын табып ала. Тапшырыуҙары аша башҡорттар үҙҙәре лә Рәхимә апайҙы эҙләп килә. Апайҙың иң ҡыуанғаны — һуңғы халыҡ иҫәбен алыуҙа Саба районында 50-гә яҡын кешенең үҙен башҡорт тип белдереүе.
Рәхимә апайҙың киләсәккә пландары ҙур. Ул Саба районында башҡорт милли-мәҙәни үҙәген асырға йыйына. Бының өсөн районда ҡоролтай үткәреү маҡсатын ҡуйған. Күгәрсен районы хакимиәте башлығынан ярҙам һорағас, Фәрит Мусин уның башланғысын хуплаған, хөрмәт йөҙөнән милли костюм да бүләк иткән. Хәҙер апайыбыҙ районда үткән һәр сарала ошо кейем менән сығыш яһаясаҡ. “Әйҙә, башҡорт икәнлегемде белеп торһондар! Былай ҙа мине “башҡорт апайы” тип кенә йөрөтәләр”, — ти ул.
Рәхимә апай — өс ҡыҙ әсәһе: өлкәне Ташкентта йәшәй, йөҙөү буйынса Үзбәкстан чемпионы; икенсеһе — телсе, ғәрәп һәм француз телдәрен яҡшы белә, Киевтағы илселектә тәржемәсе булып эшләй; өсөнсөһө — Ҡазанда билдәле табип. Ҡатын, әсә һәм үҙ милләтенең аҫыл ҡыҙы булараҡ бик бәхетле тормош кисерә апайыбыҙ бөгөн. Беҙ уға уңыштар һәм барлыҡ изге башланғыстарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад