Яңы уҡыу йылы алдынан29.08.2014
Яҡшы шарттарҙа белем алһындар

Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге мәғариф системаһының 2014/15 уҡыу йылы башланыуға әҙерлек мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция режимында ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
– Уҡыу йорттарында әҙерлек эштәре тамамланып килә, Дүшәмбе 1,5 миллиондан ашыу бала I класҡа юллана, йәмғеһе 14 миллион уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, — тип билдәләне Дмитрий Медведев. — Барыбыҙ ҙа — биләмәләр, шулай уҡ федераль кимәлдәге етәкселәр ҙә — йәш быуын мауығып, ҡыҙыҡһынып, иң мөһиме – имен уҡыһын өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслыбыҙ.
Кәңәшмәлә әйтелгәнсә, һуңғы биш йылда Рәсәйҙә авария хәлендәге мәктәптәр һаны икеләтә кәмегән. Яңы уҡыу йылына 55 яңы белем усағы файҙаланыуға тапшырылған. Шул уҡ ваҡытта, Хөкүмәт Рәйесе әйтеүенсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә мәктәптәрҙең етешмәүе мәсьәләһе әүәлгесә көнүҙәк.
– Киләсәктә балалар баҡсаларына бәйле программаны тамам­лағас, мәктәптәр буйынса махсус саралар күрергә тура килер, — тине Дмитрий Медведев.
Хөкүмәт Рәйесе Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановҡа уҡыусыларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн бөтә мәктәптәрҙе лә видеокамералар менән йыһазландырыу бурысын ҡуйҙы.



Вернуться назад