Юлдағы тәртип – имен тормоштоң нигеҙе29.08.2014
Юлдағы тәртип – имен тормоштоң нигеҙе
Хөрмәтле ата-әсәләр, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан өлкәндәр!
1 сентябрҙә меңдәрсә уҡыусы мәктәпкә юллана. Һеҙҙең ғаиләлә лә тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ бала барҙыр, бәлки. Уның мәктәп ишеген асыу мәлен барығыҙ ҙа тулҡынланып көтәлер.

Бала уҡырға барғанда һәм ҡайтҡанда үҙен тыныс тотһон тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе үтәү шарт. I класс уҡыусыһын мәктәпкә тиклем оҙатыу, ҡаршы алыу мөмкинлеге юҡ икән, таныштарҙан, туғандарҙан, һис юғында өлкән класс уҡыусыларынан ярҙам һорағыҙ. Шау-шыуға, транспорт хәрәкәтенә өйрәнгәнсе уның янында оло кешенең булыуы мөһим. Урам аша сыҡҡанда балаға юл ҡағиҙәләрен өйрәтергә, иғтибарлы, һаҡ булыуҙы талап итергә кәрәк.
Ғәҙәттә, кескәй уҡыусы үҙен күпте белгән “өлкән кеше” итеп тоя. Шуға күрә юлда барғанда уның менән ябай ғына уйын ойошторорға мөмкин. Уға “өлкән кеше” ролен бирегеҙ, ә үҙегеҙ “сабый” булып тороғоҙ һәм юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе һорағыҙ. Уйын менән мауыҡҡан бала йыйнаҡ була, тейешле ҡағиҙәне тиҙерәк үҙләштерә.
Иғтибарҙы тәү сиратта нимәгә йүнәлтергә һуң? Иң мөһиме — етеп килгән транспорттың алдынан йүгереп сығырға ярамай, сөнки тайып йығылыуың, тәгәрмәс аҫтында ҡалыуың бар. Икенсенән, яҡынлашып килгән транспортты яҡшыраҡ күреү өсөн туҡтап торған машинаның артынан үтергә тырышығыҙ. Өсөнсөнән, хәрәкәт көсөргәнешле булған урам аша тәғәйен юл билдәләре, “зебра” тамғаһы ҡуйылған ерҙән генә сығырға мөмкин. Ҡалалағы тыҡрыҡтарҙың күбеһендә светофор ҡуйылған. Был урында водитель тиҙлекте мотлаҡ кәметергә йәки бөтөнләй туҡтарға тейеш.
Бик ашыҡҡан саҡта ла бала алдында һис ҡасан юл ҡағиҙәһен боҙмағыҙ. Юғиһә күп көнлөк хеҙмәтегеҙҙең бер файҙаһы ла булмаясаҡ. Онотмағыҙ: бала һәр йәһәттән һеҙҙән өлгө ала.
Водителдәргә айырым үтенес: иғтибарлы булығыҙ! Көтмәгәндә баланың йәки үҫмерҙең юлға йүгереп сығыуы ихтимал. Йәй айҙарында күптәр шау-шыуҙы, урамдағы көсөргәнешле хәрәкәтте онотоп та өлгөргәндер.
Уҡыусыларға белем үрҙәрен тырышып яулауҙарын, яҡшы билдәләр алыуҙарын теләйем. Ата-әсәләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүе балалар өсөн өлгө, һау-сәләмәт һәм имен тормоштоң нигеҙе булһын.

Динар ҒИЛМЕТДИНОВ,
Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш дәүләт инспекторы.



Вернуться назад