Хәләлдә – бәрәкәт, хәрәмдә – һәләкәт29.08.2014
– Улым Өфөләге гимназия-интернаттарҙың береһендә уҡый. Намаҙ, ураҙа һымаҡ фарыз ғәмәлдәрен ҡалдырмайынса үтәй. Тик бер мәсьәлә борсой беҙҙе: гимназия ашханаһындағы барлыҡ ризыҡ хәләл түгел бит. Ошо йәһәттән ниҙәр әйтерһегеҙ, Нурмөхөмәт хәҙрәт?
Хәҙисә.
– Бисмилләһир -рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына биргән ризыҡты ике өлөшкә бүлгән: хәләл һәм хәрәм. “Ҡөрьән Кәрим”дә уларҙың тәүгеһен ҡулланырға бойорған. Изге китап ингән мәлдән алып, әл-хәмдү лил-ләһ, хәләл менән ризыҡланыу тарала бара, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күптәрҙең быны аңларға ваҡыты етмәгән. Йәмғиәткә ныҡлап төшөндөрөү йәһәтенән башҡараһы эш бихисап. Хәләл ризыҡтың тән һәм рух сәләмәтлеге өсөн мөһимлеген күпселек аңлағандан һуң ғына кешелек ошо юлға табан бороласаҡ.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Сирияла белем алдым. “Шереметьево” аэропортынан Дамаск ҡалаһына ҡәҙәр осҡан арала самолеттағы тәмәке еҫенә сәсәп үлмәле була торғайны. Ул йылдарҙан алып күп тә ваҡыт уҙманы, ә үҙгәреш ни хәтле күп! Хәҙер бит тәмәкене самолетта түгел, хатта йәмәғәт урындарында тартырға ярамай, быны сикләгән ҡанундар сыҡты. Тимәк, йәмғиәт төтөндөң кешеләргә, тирә-яҡ мөхиткә, экологияға ҙур зыян килтергәнен ныҡлы аңлай башланы.
Бер башланғыс та тиҙ генә тормошҡа ашып, киң таралыу алмай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә бит, күпме генә аңлатыу эше алып бармаһын, тормошо менән үрнәк күрһәтеп йәшәмәһен, бөтөн кешене Исламға килтерә алмаған. Барыһына ла ваҡыт кәрәк.
Әл-хәмдү лил-ләһ, хәҙер бөтөн донъяла “Хәләл” тигән бренд аҫтында ризыҡтар булдырыла башланы. Бындай аҙыҡты әҙерләгән айырым ойошмалар, төрлө комиссиялар эшләй. Изге башланғысты мосолмандарҙың ғына түгел, ә дәүләт вәкилдәренең дә ҡеүәтләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Төрлө ерҙән килтерелгән яһалма, сифатһыҙ аҙыҡ тарала башлағанда, йәмғиәт Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡушылған хәләлгә яҡынлай, уның сәләмәтлек, аҡыл, зиһен, тыуасаҡ быуын өсөн әһәмиәтен таный. Хатта ки илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә мәктәптәргә хәләл ризыҡ индерелә башланы.
Әммә, ҡабатлап әйтәм, барыһы ла тиҙ арала ғына тормошҡа ашмаясаҡ. Йәмғиәт үҙгәрештәргә әҙер булырға, хәләлде күңеле, рухы менән ҡабул итергә тейеш. Исламда бит кешене мәжбүр итеү тигән төшөнсә юҡ. Шул уҡ ваҡытта тәрбиәнең ғаиләлә башланыуы хаҡында ла онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Әгәр атай-әсәй хәрәм ризыҡ менән туҡлана икән, балаһы ла ошо юлдан барасаҡ бит. Тимәк, магазиндарҙа ла шундай аҙыҡ-түлек һатылыуын дауам итәсәк. Ғаиләлән тыш, барлыҡ тармаҡтар бер маҡсатта эшләргә тейеш. Мәҫәлән, матбуғатта хәләлдең әһәмиәте тураһында яҡтыртылып тора икән, халыҡ был фекергә ҡолаҡ һалмай ҡалмаҫ.
“Ашыҡҡан мәхрүм ҡалыр” тигән әйтем бар. Шуға күрә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, барыһы ла яҡшы булырына ышаныс менән тыныс ҡына көтәйек. Әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөн хәләл ризыҡтар сығарыла, халыҡ уны хуплай икән, оҙаҡ ваҡыт үтмәҫтән, мәктәптәребеҙҙә лә был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.