“Намаҙҙы ниңә бергә уҡыманың?”29.08.2014
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолмандарға намаҙ ваҡытын көтөп ултырғанда ла бер-береһенә ҡамасауларға рөхсәт итмәгән. Тәүҙә килгәндәр – алдан, һуңғараҡ ҡалғандар арттан урын алған.
Пәйғәмбәребеҙ бер мәл йома вәғәзе һәм хөтбә һөйләп торғанда кемдер мәсеткә килеп инә лә, башҡаларға ҡағыла-ҡағыла үтеп, алға килеп баҫа. Ғибәҙәт тамамланғас, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм унан:
– Ниңә һин бөгөн намаҙҙы беҙҙең менән бергә уҡыманың? – тип һорай.
Теге кеше дәғүәнең нигеҙенә шунда уҡ төшөнә.
– Эй, Аллаһ илсеһе! Мин бит яҡыныраҡ килеп, һеҙҙе күреп ултырырға теләнем, – ти.
– Башҡаларҙың иңенә ҡағыла-ҡағыла үткәнеңде, ҡамасау­ла­ғаныңды күрҙем, – тип дауам итә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Бел: мосолмандарҙың маҙаһына тейгән кеше мине лә рәнйетә. Тимәк, бындай ғәҙәт Аллаһ Тәғәлә лә оҡшамай.

Иман менән оялсанлыҡ айырылғыһыҙ
“Иң күркәм сифаттар араһында сабырлыҡтан һуң оялсанлыҡ килә, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ул – Исламға хас һыҙаттарҙың береһе”.
Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә оялсан булған. Был сифат иман менән айырылғыһыҙ бәйле: береһе юҡҡа сыҡһа, икенсеһе лә китә. “Буш һүҙҙәрҙән оялсанлыҡ менән баш тарта белеү – имандың, ә тел биҫтәһе булыу ике йөҙлөлөктөң билдәһе”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.


Вернуться назад