Теләкәйҙәрҙең теләге ҡабул булһын!29.08.2014
Теләкәйҙәрҙең  теләге ҡабул булһын! Мәсет бар ерҙә иман булыр, тигән боронғолар. Шуныһы һөйөнөслө: районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа Аллаһ йорттары күпләп төҙөлә, өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа дингә тартыла башланы.[/left]

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Теләкәй ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ҡоролдо. Ҡы­уаныслы ваҡиғаны күрергә һәм унда ҡатнашырға ауылда йәшәгән барлыҡ ха­лыҡ йыйылды. Ситтән кил­гән ҡунаҡтар ҙа бар ине. Һәр кем төҙөлөштө башлау өсөн ҡулынан килгәнсә яр­ҙам күрһәтте. Аҙаҡ ҡорбан салынды, аш әҙерләнде.
– Аллаһ Тәғәлә изге ниәте­беҙҙе тормошҡа ашы­рырға насип итһен, – тине мәсет асыу йәһәтенән ауыл­даштарына алдан аң­ла­­тыу эштәре алып барған Салауат Закиров. – Был – күптән көтөлгән тарихи ва­ҡиғаларҙың береһе. Берҙәм рәүештә төҙөлөштө оҙаҡҡа һуҙмайынса, Аллаһ яр­ҙа­мы менән ал­да­ғы байрам­дарға тиклем тамамларға ни­әтләй­беҙ. Халыҡ­тың йый­ған аҡса­һы­на кәрәкле ма­те­риал­­дар һатып алып, бер­гәләп ике көн эсендә нигеҙ ҡор­­ҙоҡ. Арабыҙҙа яр­ҙам итергә аш­ҡы­нып тор­ған йәш­тәр­ҙең байтаҡ бу­лы­уы айырыуса һө­йө­нөс­лө.
Теләкәйҙәрҙең  теләге ҡабул булһын!Әйткәндәй, Салауат Мир­заян улы заманында Баш­ҡорт дәү­ләт опера һәм ба­лет театры солисы бул­ды, Ейәнсура һәм Илеш райондары ха­ки­миәтенең мәҙәниәт бү­леге мөдире вазифаларын баш­ҡарҙы. Моң­ло йыр­ҙары ме­нән кү­ңелдәрҙе һөйөндө­рөп йә­шәй ул. Ха­лыҡты тәр­биә­ләү, иманға ҡайта­рыу ниә­тендә күп эш башҡара.
Йәш быуынға ҡалдыра торған мираҫтың иң ҡим­мәт­леһе – уларҙы дингә өйрәтеү. Ауылда иман йор­то бар икән, тимәк, бында изге күңелле, миһырбанлы, киләсәген хәстәрләгән ха­лыҡ йәшәй. Теләкәй – тап ошондай нурлы төйәктәр­ҙең береһе.


Вернуться назад