“Дәрәжә”һе төшмәгән әле29.08.2014
“Ысын һалдат шырпы янып бөткәнгә ҡәҙәр урынынан ыр­ғып тороп, йәһәт кенә кейе­нергә тейеш”, — тигәнде йәш саҡта ишетергә тура килге­ләне. Ә бер шырпы 45 секунд эсендә янып бөтә. Һалдатҡа нисек өлгөр, етеҙ булырға кәрәк!
Ошо ябай, тормош өсөн үтә мөһим булған шырпыны уйлап табыу өсөн кешегә әллә нисә меңйыллыҡты кисерергә тура килгән. Хәҙер инде уның “абру­йы” ҡаҡшаны, алмашҡа электр уты, май шәмдәр кил­де. Ошо арзан, осҡондан ял­ҡын сығарған шырпыны уйлап табыусы ха­ҡында белгем килә.


Әнәс ЯРУЛЛИН.

Салауат ҡалаһы.

Шырпының “дәрәжәһе” төштө тип борсолмағыҙ. Ул әле лә көн­күрештә алыштырғыһыҙ. Ата-ба­баларыбыҙға утты ҙур ыҙалыҡ менән табырға тура килһә, хәҙер беҙ шырпыны ҡул менән һыҙып ебәреп кенә тоҡандыра алабыҙ.
ХVIII быуатта химия фәне үҫе­шә башлағас, утты еңел, тиҙ һәм хәүефһеҙ юл менән табыу буйынса эҙләнәләр. Сыраны химик матдәләр менән яраштырыуҙы кем беренсе булып уйлап тапҡан­дыр, был хаҡта тарихта мәғлүмәт юҡ. Фән бик тиҙ алға китә, төрлө лабораторияларҙа ут табыу йәһә­тенән эш йәнләнә.
1805 йылда билдәле француз химигы Клод Бертолле ышҡыған­да, бәргәндә әүҙемләшеүсе калий хлораты тигән матдәне аса (аҙаҡ был тоҙҙо ғалимдың исеме менән йөрөтәләр). Уның ватандашы Шансель был асышты тиҙ генә үҙ файҙаһына ҡулланып, ошо уҡ йыл­да ғәҙәти ағас таяҡтарҙың осон ыҫмала, көкөрт ҡушылған бертолет тоҙона манып, яндыр­ғыс яһай. Бындай таяҡты тоҡан­дырыу өсөн көкөрт кислотаһы кәрәк була. Әммә ул ҡулланыу өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Немец ғалимы Вагеманн асышты камиллаштыра, яныу процесын асбест өҫтәп һүрелтә. Тарихта тәүге шырпы фабрикаһын да ул төҙөй.
Әммә әүәлгесә йәнә бер проблема хәл ителмәй ҡала: бик хәүефле химик матдәне — көкөрт кислотаһын — алмаштырыусы булмай. Бары 20 йылдан һуң ғы­на ҡоро көкөртлө шырпы етеш­тереү ысулы уйлап табыла. Был шырпыларҙың оҙонлоғо 91,4 см тәшкил иткән, өҫтәүенә ауыр еҫле, ялҡынланып яныуы менән хәүеф тыуҙырған.
1855 йылда Париждағы халыҡ-ара күргәҙмәлә швед химигы Лундстремдың шырпыһы алтын миҙалға лайыҡ була. Ул аҡ фос­форҙы ҡыҙылға алмаштыра. Хә­ҙерге шырпылар ҙа ошо швед ғалимы уйлап тапҡанға бик оҡ­шаш. Уның осондағы матдә бертолет тоҙонан, көкөрттән, па­ра­финдан һәм хлорһыҙ окисли­телдән тора. Шырпы ҡабының һыҙмаһын ҡыҙыл фосфорға бу­яйҙар. Ут тоҡандырғанда тәүҙә ҡаптағы тап ошо фосфор ҡабына ла инде. Осҡон шырпы осондағы көкөрт йәки сульфидҡа күсә, аҙаҡ сыра өлөшө яна башлай.
Донъяла электр һүнһә лә, бензин бөтһә лә, бәләкәй генә осҡондан ялҡынға әүерелеүсе, тормошобоҙҙо еңеләйтеүсе шыр­пы бар. Әммә һаҡсыл, дөрөҫ тотонмағанда уның оло бәлә-ҡаза тыуҙырыу ихтималлығын да иҫтән сығарырға ярамай.


Вернуться назад