Ғәҙеллек тантана итергә тейеш29.08.2014
Быйыл Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөүгә 70 йыл тулды. Ленинград, Волхов һәм 2-се Балтик буйы фронттары армияһы, немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, бөтә өлкәне тиерлек азат итә. 1944 йылдың 27 ғинуарында кис күктә байрам салюты яңғырай.

Мәшһүр ҡаланы обороналауҙа меңәр­ләгән совет яугире, тиңһеҙ ҡаһарман­лыҡ, батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп, мәң­ге­лек дан яуланы. Фин ҡултығының көньяҡ яры буйындағы Ораниенбаум плацдармының оҙонлоғо — 65, тәрәнлеге 20-25 километр тәшкил итте. Ошо арауыҡты Совет ғәскәрҙәре, 1941 йылдың сентябренән 1944 йылдың ғинуарына тиклем үҙ ҡулында ышаныслы тотоп, Ленинградты батырҙарса обороналауҙа ҡатнашты.
Әлбиттә, ошо дивизияның 260-сы уҡсылар полкында ла ҡуш йөрәкле, хәрби һөнәрен камил белгән, дошманды ҡара көс менән генә түгел, ә зи­рәклек, аҡыл, ҙур оҫталыҡ менән еңгән яугирҙәр ҙә аҙ булмағандыр. Был йәһәттән башҡорт егете, өлкән сержант Әхмәт­йәновҡа бер кем дә тиңләшә алмаған тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Уны дивизияла ғына түгел, 2-се удар армияла “утлы һуҡмаҡтарҙың сая бөркөтө” тип атап йөрөтәләр.
Яугир, ауыл уҡытыусыһы, һунарсы Әхәт Әбделхаҡ улы Әхмәтйәнов хаҡында беҙ нимә беләбеҙ? Ул 1942 йылдың авгусында Ораниенбаум плацдармында хеҙмәт итә башлай. Маҡар районының Маҡар ауылында тыуып үҫкән, Сермәндә педучилищела уҡыған, снайперҙар мәктәбен уңыш­лы тамамлаған егет илгә биргән антына тоғро булғаны, командованиеның заданиеһын һәр ваҡыт өлгөлө үтәгәне һәм 80-гә яҡын фашисты дөмөктөргәне өсөн 1942 йылдың 11 ноябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
1943 йылдың 23 февралендә “Боевой удар” исемле фронт гәзитендә “Атаҡлы снайпер Әхмәтйәновтың яугирлек эшмәкәр­леге” тигән мәҡәлә баҫыла. Егеттең даны Ленинград фронтында ла киң тарала. 1943 йылдың 29 июлендә өлкән сержант Әхмәт­йәновты полк штабына саҡыртып алалар һәм инженер-артиллерия хеҙмәтенең генерал-майоры, техник фәндәр докторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Дегтярев менән таныштыралар. Һөйләшеү ваҡытында уның 250 немец һалдатын юҡ итеүе тураһында ишеткәс: “Маладис! Өлкән сержант, тәжрибәле снайпер, минең уйнап торған винтовкаларҙы камиллаштырыу өсөн ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?” — тип һорай данлыҡлы конструктор. “Ҡорал һал­ҡында ла, эҫелә лә, бысраҡта ла берҙәй эшләргә тейеш”, — тип яуап бирә яугир. Аҙаҡ Дегтярев Әхмәтйәновҡа иҫтәлеккә фоторәсемен бүләк итә, артҡы яғына “250 фашисты юҡ иткән өлкән сержант Әхмәт­йәновҡа Дегтяревтан иҫтәлек тип яҙа.
1943 йылдың көҙөнә Әхәт Әбделхаҡ улы 380 гитлерсыны юҡ итә һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. “Боевое знамя” гәзитендә “Батырҙарға награда” исемле мәҡәлә баҫыла һәм унда снайпер Әхмәтйәнов тураһында ла яҙыла. Һуңыраҡ яугир, тағы ла 122 фрицты юҡ итеп, дөйөм иҫәпте 502-гә еткерә.
Дивизия командованиеһы Әхәтте ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлай. Һеҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡлы. Награда ҡағыҙҙарын ошо арала тултырып, юғарыға ебәрәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирәләр.
Ораниенбаум плацдармына фашист ко­ман­дованиеһы тәжрибәле, оҫта снайперҙа­рын саҡыртып алғас, улар менән көс һы­­на­шыу бурысы Әхмәтйәновҡа йөкмә­те­лә. Дошманды өс-дүрт көн буйы өҙлөкһөҙ күҙәтә торғас, уның хәйләһен аса егет. Баҡтиһәң, был яуыз пуля тишеп үтә алмай торған броня ҡалҡан аҫтында йәшере­неп ята икән. Перископ ҡалҡан өҫтөнән кү­ренеп тора, яҡшылап тоҫҡап атып ебәргәс, дош­мандың оптик приборы селпәрәмә килә. Ләкин немец иҫән-һау ҡалып, артҡа шыуыша. Төнөн ҡалҡан аҫтына миномет мина­һын һалып, һәйбәтләп күмеп, ҡағыҙ киҫәге беркетеп, Әхәт үҙенең “ояһы”на ҡайта. Иртәгәһенә ҡалҡан өҫтөндә перископ ялтлай. Ара — 300 метр. Әхмәтйәнов әкрен генә тәтегә баҫа, көслө шартлау яңғы­рай. Снайперҙың көлө күккә оса. Дошман Совет бөркөтөнә ҡаршы артил­ле­рия ҡуллана. Яҡында ғына снаряд шартлай. Ярсыҡтары Әхмәтйәновтың һул ҡу­лын, ҡорһағын ауыр яралай, егет контузия ала. Госпиталгә оҙатыр алдынан командование “Һеҙгә Советтар Союзы Геройы исемен бирергә документтар әҙерләй башланыҡ” тигән һүҙҙәрҙе еткерә.
Әхәт үлемде еңеп сыға һәм “Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды” тигән танытма менән иленә ҡайта. Әхмәт­йә­новҡа документтар әҙерләп өл­­гөр­­­мәйҙәр, күрә­һең, уны тиҙ оноталар. Батырға был ҙур дәрә­жәле исем бирелмәй ҡала. Ә уның өй­рәткән снайперҙары Федосий Смолячков­ҡа — 126, Владимир Пче­лин­цевҡа 152 дошманды юҡ иткән өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ватан һуғышы осо­ронда Сталин­дың “125 дошманды юҡ иткән снайперға Советтар Союзы Геройы исеме бирергә” тигән бойороғо сыға. Сталинград фронтында ла мәргән снайперҙар була, араларында 354 фашисты дөмөктөргән урыҫ егете Игорь Зайцевҡа юғары исем бирелә. Ә Әхәт Әбделхаҡ улы Әхмәтйәновҡа — бер батальон (300 кешенән тора) һәм ике рота дошманды ҡырған батырға — Герой исеме бирелмәй ҡала. Был ниндәй оятһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек һәм ғәҙелһеҙлек!
* * *
Эҙләнеүҙәр барышында Рәсәй Хөкүмә­тенең 2012 йылдың 3 октябрендә ҡабул ителгән «Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы батырлыҡтары өсөн наградлауҙы туҡтатыу тураһында»ғы ҡарары барлығы асыҡлан­ды. Әммә халыҡ үҙенең батырын, 502 дошманды юҡ иткән мәргән снайпер Әхәт Әхмәтйәновты, белергә тейеш.





Вернуться назад