Йәй — ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн тынғыһыҙ миҙгел. Әленән-әле умарталарҙы ҡарарға, бал ҡорттарының татлы ниғмәт ташыуын даими күҙ уңында тоторға кәрәк. Сәскәле осорҙа тулы кәрәҙҙәрҙән балды ваҡытында алып тороу мөһим. Был тәңгәлдә егәрлеләргә эш етерлек.
Шакир ауылында йәшәгән Садиҡовтар, күпләп умарта тотҡанлыҡтан, бигерәк тә йәй уртаһында еңде нығыраҡ һыҙғанып ала. Улар менән осрашыуым эштәренең тығыҙ ваҡытына – ҡорттарҙың баҡса-йорт тирәләй гөжләп осоуы һәм бал ағыҙыу мәленә — тура килде. Әле һаман ҡартайырға ашыҡмай, етеҙ йүгергеләп йөрөгән Рәүил Садиҡовҡа 85 йәште һис бирмәҫһең! Һуғыш йылдарының яфаларын етерлек татыған тыл һәм хеҙмәт ветерандарының бөгөн дә ҡул ҡаушырмай, йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтөүенә ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки ҡырыҫ һәм аяуһыҙ йылдар, аслыҡ-яланғаслыҡ, юғалтыуҙар һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәт уларҙы ғүмерлеккә сыныҡтырған, рухтарын нығытҡан. Шуға ла оло быуындың әүҙем тормошо һәр кемдә һоҡланыу уята, күптәр өсөн фәһемле һабаҡ булырлыҡ.
1954 йылда ғаилә усағы ҡабыҙған Рауза һәм Рәүил Садиҡовтар тормош һынауҙарына бирешмәй, итәк тултырып балалар үҫтерә. Тәүҙә йорт һатып алһалар, һуңынан үҙ көстәре менән яңыһын ҡалҡыталар.
Рәүил Дилмөхәмәт улының 12 йәштән ауыр ер эшенән башланған хеҙмәт йылъяҙмаһы тулыланғандан-тулылана. Ат ҡарай, яҙғы сәсеүҙә һабан артына баҫа, көҙөн көлтә ташый, Ҡарлыманға ашлыҡ илтеүҙә лә ҡатнаша, Белорет урмандарында ағас ҡырҡыуҙан дә ситтә ҡалмай ул. Рауза Әғләметдин ҡыҙы менән бергәләп совхозда быҙау ҡарайҙар. Артабан Рәүил Дилмөхәмәт улы ҡулланыусылар йәмғиәтенә күсә. Ошо өлкәләге 28 йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән баһалана.
Рауза Садиҡова ғәзиздәренә, иренә иғтибарын, һөйөүен йәлләмәй. Өй мәшәҡәттәренән тыш, ауыл Советында йыйыштырыусы, магазинда һатыусы була. Гектарлап сөгөлдөр эшкәртеүҙә лә ал-ял белмәй. Шул саҡтарҙы хәтеренә төшөрөп, хужабикә:
— Үҙем — Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылынан. Рәүил менән мине эш таныштырҙы тиһәм дә була: бер йыйылышта президиумға һайланғайныҡ. Беҙҙе заман төрлө яҡлап һынаны. Рәүил менән татыу, берҙәм булғас, тормош ауырлыҡтары күңелде төшөрмәне. Бик тырыш, егәрле булды ирем. Ана бит, әле лә тик ултыра белмәй, — тип тормош иптәшенең тынғыһыҙлығына ишараланы.
Рәүил Дилмөхәмәт улы ла хәләл ефетенә бик рәхмәтле:
— Бәләкәйҙән ҡулдар һөйәлләнде. Үтә ауыр дәүерҙең ҡыйынлыҡтарын еңеп, ошо йәшкә етеүемә ана шул хеҙмәт сәбәпселер. Аяғым һыныуына ҡарамаҫтан, бирешмәнем. Әлдә янымда хәстәрле ҡатыным бар, тип һөйөнәм. Йорт-ҡура мәшәҡәтенән бушамайбыҙ, көнө буйы аяғөҫтө беҙ.
Бал менән туп-тулы рамдарҙы ташыған Рәүил Садиҡов өйҙә осоп йөрөгән ҡорттарҙы ҡыуып маташҡанымды күреп, мәрәкәләп тә алды. Хәләл ефете татлы ризыҡты ҡыуыусы ҡулайламаны әйләндерә-әйләндерә һүҙен дауам итте:
— Иңде-иңгә терәп татыулыҡта йәшәүебеҙгә быйыл июлдә 60 йыл тулды. Шөкөр, тип ҡуябыҙ. Бала-сағабыҙ, буй еткереп, ҡошсоҡтарҙай таралышты. Дүрт ҡыҙ өйөбөҙ биҙәге булһа, алты улыбыҙ – терәк-таянысыбыҙ. Һәр береһенә яҡшы тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Тыуған йорттарына тартылып торалар. Рөстәм улыбыҙ беҙҙең менән йәшәй.
Гәүһәр туйҙарын билдәләп, үткән йылдарҙы барлай-барлай, ун балаһының, 17 ейән-ейәнсәре һәм ете бүләһенең шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәй Герой-әсә Рауза Әғләметдин ҡыҙы һәм хеҙмәт ветераны Рәүил Дилмөхәмәт улы. Туҡһанды ваҡлаған аҡһаҡал менән ағинәйҙең яҙмышы кешеләрҙе бары мөхәббәттең, хеҙмәттең йәшнәтеп йәшәтеүенә ысын мәғәнәһендә инандыра.