Еңеү хаҡына барыһына түҙҙек29.08.2014
Йылдың иң оҙон йәйге көнө — йәкшәмбе — етте. “Сит-Йылға” колхозының 2-се бригадаһы ферманан тиреҫ сығарыу буйынса өмә ойошторған. Беҙ, Динислам, Факил, Мөхәмәтдин һәм мин, арбаға егелгән аттарҙы ҡапҡанан индереү менән, апайҙар тиреҫте тейәй ҙә башлай.

Кем уҙыр? Йөктө баҫыуға илтеп бушатабыҙ ҙа фермаға йәнә юрттырып килеп инәбеҙ. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бригадир Фазулла ағай иҫәп-хисап алып бара. Төшкә тиклем шулай дәррәү эшләнек.
Аҙаҡ, ниңәлер, илке-һалҡылыҡ хөкөм һөрҙө. Берәм-һәрәм һуңлап килделәр. Иң аҙаҡ Хәйрулла бабайҙың әбейе, сәсе-башы туҙып, илауҙан шешенеп килеп инде. Әйткән һүҙен һис аңларлыҡ түгел. Баҡһаң, Германия беҙҙең илгә баҫып ингән, һуғыш башлауын иғлан итеп тормаған. Ферма эсендә сыр-сыу китте, кемдең ни әйткәнен ишетеп тә, аңлап та булмай. “Һә” тигәнсе барыһы ла өйҙәренә таралышты. Беҙ ҙә аттарҙы һарайға алып барып туғарҙыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуының тәүге көнө шулай иҫтә ҡалған.
Аҙаҡ күргән ыҙаларҙы һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Көн һайын Ауырғазы район хәрби комиссариатының ҡыҙыл сепрәк менән биҙәлгән машинаһы мәктәп янына килеп туҡтай, әрмегә китеүселәрҙе ошонан ауыл халҡы менән бергә оҙатабыҙ. Колхозыбыҙҙа берҙән-бер йөк машинаһы бар ине, уның шоферын да фронтҡа алдылар. Ауылда уйын-көлкө, күңел асыу бөттө. Беҙ Үтәймулла ете йыллыҡ мәктәбенә һабаҡ алырға йөрөйбөҙ. Радио һөйләмәй, гәзит тә алдырмайбыҙ. 1942 йылды айырыуса ауыр үткәрҙек: аслыҡ-яланғаслыҡ башланды, төрлө сир ыҙалатты, өйҙәргә “ҡара ҡағыҙ” килә...
Эвакуацияланған кешеләрҙе тәүҙә клубҡа урынлаштырҙылар. Һыуыҡ төшкәс, өйҙәргә тараттылар. Бәләкәй генә йортта үҙебеҙ бишәүләп йәшәй инек, уларҙы индергәс, тағы ла дүртәүгә арттыҡ. Һыйҙыҡ — күңел киң ине, кеше хәлен аңланыҡ. Урам аша өйҙә торған Маруся апайҙың алты йәшлек Саша исемле улы вафат булғас, ҡәбер ҡаҙырға кеше таба алманыҡ. Беҙ, малай-шалай, ерҙе һай ғына итеп ҡаҙып, мәрхүмде мосолман зыяратында ерләнек. Маруся апайҙың беҙҙе перәник менән һыйлағаны иҫтә ҡалған.
Барыһын да Еңеү өсөн эшләнек, ҙур ышаныс менән йәшәнек. Халыҡҡа һалым түләү ҙә ауырға төштө: 40 кг ит, 8 кг һары май, 100 дана йомортҡа, ике тире әҙерләп тапшырыу өсөн күпме тырышып эшләргә тура килгәнлеген аңлайһығыҙҙыр. Халыҡ барыһына ла түҙҙе, сөнки ҡыйынлыҡтарҙың ваҡытлыса икәнлеген аңлай ине.
Йәш кенә Фәүзиә апайымды әрҙәнә ҡырҡырға Архангел ра­йонына йөрөттөләр. Ун бишләгән ҡатын-ҡыҙға ат егеп бирерҙәр ине. Улар санаға әйберҙәрен һалыр ҙа, үҙҙәре йәйәүләп барыр булды. Ә ара — йөҙ саҡрымдан ашыу.
Үҙем сабата үрергә оҫтарып алдым. Ауырлыҡтар барыбыҙҙы ла сыныҡтырҙы. Һуғыш тамамланғас, иҫән-һау ҡалған яугирҙәр тыуған яҡтарына ҡайтты. Араларында үҙҙәрен бәйһеҙ тотҡан, эскелек менән мауыҡҡан ир-егеттәр ҙә булды. Эскелек шул йылдарҙа тамырланып ҡалды булһа кәрәк. Еңеү көнөн бөгөнгөләй хәтерләйем. Халыҡты ауыл Советы бинаһы янына йыйып, митинг үткәрҙеләр. Рәйес Х. Һатлыҡов ялҡынлы телмәр тотто. Көтөп алған Еңеү килде! Әммә алда тағы ла күпме ҡаршылыҡ аша үтергә тура киләсәге хаҡында уйланмай инек әле...

Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ,
хеҙмәт ветераны.




Вернуться назад