Хоҡуғыңды бел!27.01.2012
Гәзит уҡыусыларҙан хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса килгән һорауҙар артҡандан-арта. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Юрисҡа мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Бәлиғ булғас, түләү туҡтатыла

— Ирем менән әллә ҡасан уҡ айырылыштыҡ. Ул — офицер, эш хаҡы яҡшы ғына. Улыбыҙ өсөн алиментты кисектермәй түләп килде. Оҙаҡламай малайға 18 йәш тула, әле ул юғары уҡыу йортонда белем ала. Улы студент булған осорҙа атаһы уға алимент түләргә тейешме?
Файза, Бөрө ҡалаһы.


— Юҡ, тейеш түгел. Ата-әсә балаһын бәлиғ булғансы ғына ҡарарға бурыслы. Улығыҙға 18 йәш тулыу менән алимент түләү туҡтатыла.

Балағыҙҙы сикләй алмайһығыҙ

— Мин сит ил ҡатынына өйләнергә йыйынам. Әле ул минән ауырлы. Айырылышыу осрағында, фатирға дәғүә итмәһендәр өсөн, икеһен дә атай-әсәйемдең фатирына теркәтә аламмы? Уларҙың милеккә хоҡуҡтарын сикләүсе берәй төрлө килешеү төҙөү мөмкинлеге бармы?
Алик, Ағиҙел ҡалаһы.


— Ҡатынығыҙҙы фатирҙа йәшәүсе барлыҡ милекселәрҙең ризалығы менән генә теркәтә аласаҡһығыҙ. Милкегеҙ өсөн ҡурҡһағыҙ, ҡатынығыҙ менән шунда уҡ никах договоры төҙөргә кәңәш итәм. Унда үҙегеҙҙең бөтә шарттарығыҙҙы ла яҙа алаһығыҙ, шул иҫәптән фатир буйынса ла. Әммә фатирға балағыҙҙың хоҡуғын был ысул менән сикләй алмаясаҡһығыҙ.

Суд хәл итә алмай

— Балама оҙаҡламай өс йәш тула. Былтыр яҡын-тирәләге барлыҡ балалар баҡсаларына ла шылтыратып сыҡтым, улар сиратҡа яҙылыу ғинуарҙа була тип яуапланы. Аҙаҡ исемлеккә индерҙеләр, әммә балалар баҡсаһына урынлаштырыу әле генә мөмкин түгел. Сират бик ҙур, баҡсала ни бары ике төркөм эшләй. Льготаға эйә булыусылар ҙа бик күп, шуға ла улар алданыраҡ үтәсәк, тинеләр. Был осраҡта миңә ни эшләргә?
Сәриә, Өфө ҡалаһы.


— Балалар баҡсаһына сиратта әллә нисәмә йыл рәттән торорға ла була. Әлбиттә, һеҙ балағыҙҙың конституцион хоҡуҡтары боҙола (мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында уҡыу хоҡуғы) тип судҡа бирә алаһығыҙ. Әммә был балалар баҡсаһында урын етмәү проблемаһын барыбер хәл итә алмаясаҡ. Ә судта ваҡытығыҙ ғына әрәм буласаҡ. Шуға күрә көтөргә йәки коммерция нигеҙендә эшләүсе шәхси балалар баҡсаһы хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә ҡала.


Вернуться назад