Ярҙам итәйекме, ярҙан этәйекме?29.08.2014
Ярҙам итәйекме, ярҙан этәйекме?
Ғүмер арбаһы елдерә. Уны бер нисек тә туҡтатып булмай – тормош ҡанундары шулай ҡоролған. Йәшлек үтеп, ҡартлыҡтың һағалай башлауын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Кемдер ғүмеренең алтын миҙгеле менән осрашҡан һәм үткәндәренән ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй бирә. Ә икенселәр, киреһенсә, һынауҙарға дусар булған, яңғыҙлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан, һыҙланыуҙарҙан яфалана. Ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә, яҡты донъя менән хушлашҡандар ҙа күп.


Яҙмыш һынауы

Ысынлап та, һуңғылары арабыҙ­ҙа бихисап. Тотош илде алғанда, бындай ке­шеләрҙең күп булыуына йән өшөй, йөрәк әрней. Улар араһында исемдәре бер кем­гә лә таныш түгелдәре лә, тотош донъяға танылғандары ла бар. Рәсәйҙең халыҡ арти­сы исемен йөрөткәндәренең күңе­лен иһә үҙҙәре ҡа­сан­дыр башҡарған ролдәр халыҡ хәтерендә ҡалыр тигән уй йылыталыр, бәлки. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ғүмеренең һуңғы көн­дәрен яңғыҙлыҡта, хәйер­селектә үткәре­үе күп­тәрҙе ҡыҙыҡһындырмай, хафаға һалмай.
Йәш саҡтарында данға күмелгән Николай Крючков, Марина Ладынина, Николай Парфенов, Борис Новиков, Изольда Извицкая, Валентина Серова, Алексей Катышев, Эдуард Изотов, Тамара Носова ошондай аяныслы яҙмышҡа дусар булған. Күптәрҙең бала сағында «зәңгәр экран»дарҙан йылмайған, йәнһүрәттәр аша йө­рәк йылыһын таратҡан Клара Румянова, Ольга Юкина, Анатолий Кубацкий, Георгий Милляр һәм башҡалар ҙа шундай һынауҙарға юлыҡҡан. Алексей Смирнов, Сергей Филиппов, Михаил Кононов, Георгий Вицин, Семен Фара­да, Нонна Мордюкова, Татьяна Самойлова, Александр Белявский, Юрий Яковлев кеүектәр ил сәнғәте өсөн йәнен фиҙа ҡылһа ла, ҡартайған көндәрендә бер кемгә лә кәрәкмәгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай яҙмыш спортсыларҙы ла урап үтмәй. Мәҫәлән, билдәле гроссмейстер Василий Смыслов хәйерселектә вафат булған. «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» тапшырыуының алып барыу­сы­һы «Валя апай»ҙы – Валентина Леонтьеваны – күптәр хәтерләйҙер. Йәш сағында уның даны бөтә илде яң­ғыратһа ла, үҙе һуңғы көндәрен Ульяновск өлкәһе Мелекесский районының Новоселка ауылында яңғыҙлыҡта үткәрә. Уны бәләкәй сағында блокадалы Ленинградта аслыҡ­тан ҡотҡарыу өсөн атаһы хатта ҡанын бирә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, В. Ле­онть­еваның ҡартайған көнөндә эргәһендә бер кеше лә булмаған.
Күңелде өшөткәне шул: илебеҙҙә яң­ғыҙлыҡта, фәҡир­лектә тормош ебен һүткәндәр бик күп. Уларға – бөйөк йәки ябай, билдәле йәки билдәһеҙ кешеләргә – рәхмәт уҡырға ғына ҡала.

Хәлең нисек, композитор?

Башҡортостанда был йәһәттән хәлдәр нисек? Ғүмерен театрҙарҙа, филармо­ния­ларҙа һәм башҡа сәнғәт усаҡтарында эшләүгә арнаған, мәҙәниәтебеҙ үҫеше өсөн йәнен фиҙа ҡылған һәм хаҡлы ялға сыҡҡан артистарҙың бөтәһе лә яҡшы йәшәйме? Әллә ауыр хәлдә булһалар ҙа, уңайһыҙланып өндәшмәйҙәрме?
«Тешебеҙҙе ҡыҫып түҙәбеҙ, әммә тормош ауырлыҡ­тары тураһында башҡалар­ға әйтмәйәсәкбеҙ», – тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – күп­тәргә хас сифат. Шулай ҙа ҡайһы ва­ҡыт һыҙ­ланыуың тураһында эргә-тирә­ләгеләргә әйтеү кәрәктер. Был осраҡта кем дә булһа ярҙам ҡулын һуҙмай ҡалмаҫ. Ваҡыт тигәндәй, «Ваҡыт» йыры­ның көйөн яҙған Булат Йәнекәев ни хәлдә икән? Телефон аша композиторҙы юллай торғас, уның Өфөләге ҡарттар йортонда икәнлеген асыҡланыҡ һәм осрашырға һүҙ ҡуйыш­тыҡ.
– Бөгөн Мостай Кәримдең «Әлдә гармунсы түгелмен» тигән шиғырына көй яҙа башланым, – тип ҡаршыланы композитор (һүрәттә). – Бынан тыш, йырҙарым­ды туплап, өсөнсө йыйынтығымды сыға­рыр­ға уйлайым. Әҫәрҙәрҙең ярты­һын урыҫ әҙиптәре ижад итһә, ҡалған өлө­шөн башҡорт шағирҙары яҙған.
Етмеш ике йәшлек Булат Һиҙиәт улы­на һоҡланмау мөм­кин түгел. Һау-сәләмәт кешеләргә лә үрнәк булырлыҡ шәхес ул. Яҙмыш Булат Йәнекәевте дүрт йәшендә күреү бәхетенән мәхрүм итһә лә, биреш­мәгән, йәшәү мәғәнәһен музыкала тапҡан. Ата-әсәһе лә улын юҡҡа ғына Булат тип нарыҡламағандыр: исеме есеменә тап килә.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, малай белем алырға тырыша. Баймаҡ районы­ның Моҡас ауылында тыуған бала Белорет районының Әүжән ауылындағы һу­ҡырҙар мәктәбендә уҡый. Бынан тыш, ҡурайҙа, мандолинала, баянда уйнарға өйрәнә, көйҙәр яҙа һәм йырлай. Шулай итеп, йәшәү йәмен сәнғәттә таба. Хәҙер уның йырҙарын, вальстарын, романстарын, марштарын күптәр яратып башҡара. Был ижад емештәренең һәр береһе үҙенсә­лекле, ҡабатланмаҫ, сөнки уларға композиторҙың бар­лыҡ йөрәк йылыһы ҡушылған.
Булат Йәнекәев – әүҙем йәмәғәтсе лә. Уны Бәләбәй ерендә «башҡорт рухын таратыусы» тип йөрөтәләр. Булат Һиҙиәт улының ярҙамында ҡалала башҡорт гимназия-интернаты барлыҡҡа килгән. Бәлә­бәй педагогия училищеһында милли бүлектең асылыуында ла композиторҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай итеп, ғүмерен ижадҡа бағышлай ул.
– Кәйеф булғанда, хәлем яҡшы саҡта көнөнә дүрт йыр яҙам. Быйыл иһә ике операция яһатҡанлыҡтан, эшем тотҡар­ла­нып тора, – ти Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Булат Йәнекәев.
Әммә күп тә үтмәй, үҙен бер ниндәй проблема һәм һыҙланыу борсомағандай, башҡалар хаҡында ҡайғырта башлай.
– Артистарыбыҙға нисек кенә ярҙам итергә икән? – тип тынғыһыҙлана ул. – Аҙ ғына аҡсаға йәшәйҙәр бит. Шул уҡ ва­ҡытта сит тарафтарҙа ҡайһы бер сәнғәт кешеләре хатта самолет һатып ала. Ә беҙҙә күптәр фатирһыҙ интегә...

Улар беҙгә кәрәк

Эйе, бик урынлы борсола композитор. Бөгөн рес­публикабыҙҙа ете театр, дүрт филармония эшләй. Ҡасандыр уларға хеҙмәт иткән артистарҙың ҡайһы берҙәре ярҙамға мохтаж. Араларында бик ауыр хәлдә йәшәгән­дәре, сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡ­­шағандары, балалары булып та, ҡар­тайған көндәрендә яңғыҙ ҡалғандары бар. Әммә был хаҡта өндәшмәүҙе хуп күрәләр. Уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн айырым йорт төҙөргә, дауаханаларҙа сәләмәт­лектәрен нығытыуҙы хәстәрләргә мөмкин бит. Был эште быйылғы Мәҙәниәт йылында башлағанда бик яҡшы булыр ине.
Өҫтәүенә киләһе йылда баш ҡала­быҙ­ҙа ҙур саммиттар үтәсәк. Ошо айҡанлы төҙөлгән ҡунаҡхана­ларҙың береһен аҙаҡ мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт һәм башҡа өл­кәләрҙә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сығып, яңғыҙ тормош кисергәндәргә, яҙмыш һы­науҙарына дусар булғандарға биреү хи­лаф булмаҫ, моғайын. Был эшкә Мә­ҙә­ниәт йылында меценаттар ҙа ҡушыла ала. Иң мөһиме – өлкән йәштәгеләрҙең күңелендә «бер кемгә кәрәкмәйбеҙ» тигән уй ҡалмаһын. Уларға ваҡытында ярҙам ҡулын һуҙһаҡ ине.


Вернуться назад