Бәхет тәхете – хеҙмәттә29.08.2014
Бәхет тәхете – хеҙмәттә
Яҡын кешеләрен ниндәйҙер бер мәсьәлә борсоһа, тыныс ҡала алмай ул: һәр береһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Өҫтәүенә үҙе яуаплы һәм ышаныслы, һис ҡасан һынатмаҫ, эшен дә ваҡытында атҡарыр. Һүҙем – Бөйөк Ватан һуғышы, мәғариф ветераны Сабир Йыһаншин тураһында.

Сабир Шәйәхмәт улы Учалы райо­ны­ның Мансур ауылында алтын сығарыу­сылар ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда урта мәктәпте тамамлағас, армия хеҙ­мәтенә алынған һәм Бөйөк Ватан һу­ғы­шында ҡатнашҡан. Тыуған иленә ҡайт­ҡас, республика мәғарифы өсөн ярты быуаттан ашыу көс һалған. Учалы райо­нының Ильинка, Туңғатар урта мәктәп­тәрендә – тарих теле уҡытыусыһы, Учалы урта мәктәбе директоры, район Советы баш­ҡар­ма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләгән.
1971 – 1985 йылдарҙа, Башҡорт АССР-ының мәғариф министры булып эшләгән осорҙа, РСФСР-ҙың 73 төбәге араһында Башҡортостан мәктәптәр эше күрһәткестәре буйынса 46-сы урындан дүртенсе урынға сыҡҡан. Һуңыраҡ та был йәһәттән Башҡортостан Урал төбәгендә беренселекте бирмәй. Бында, әлбиттә, Сабир Шәйәхмәт улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һуғышта күрһәткән батыр­лыҡтары, мәғариф өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе», Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары һәм бихисап миҙал менән бүләкләнгән.
Ветеранға ҡарайһың да, һоҡ­ланыуың­ды йәшерә алмайһың. Данлы хеҙмәт, башҡаларға үрнәк булырлыҡ тормош юлы үткән ул. Бәхет тәхетен Сабир Шә­йәхмәт улы хеҙмәттә тапҡан. Туҡһан йыл ғүмеренең бер көнө лә бушҡа сарыф ителмәгән. Быға ҡабатланмаҫ, ғәжәйеп, илһөйәр, ҡаһарман быуын вәкиле булыуы ла өлөш индермәй ҡалмағандыр. Илдә ниндәй генә сәйәси хәлдәр теркәл­мәһен, ул мәғариф өсөн янып йәшәй. Әле лә форсаты сыҡҡан һайын белем учреждениеларына ашыға. Балаларҙы, ғөмү­мән, кешелекте ярата, бөтәһе өсөн дә изгелек, яҡшылыҡ эшләргә ынтыла. Бө­йөк Ватан һуғышы күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡал­дыр­ған ветерандың. Шуға әле Украинала барған хәлдәр өсөн дә ныҡ борсола аҡһаҡал.
– Ҡасандыр беҙ шул ерҙәрҙе фа­шистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡайныҡ. Унда барған граждандар һуғышы йәнде өшөтә. Әгәр был хәл оҙаҡ дауам итһә, илдең иҡтисади һәләкәткә осрауы ихтимал. Мәҫәлән, әле Украинала сәнәғәт етештереүе дүрт тапҡырға кәмегән, – ти Сабир Шәйәхмәт улы, көйәләнеп.
Арҙаҡлы ветеран менән һәр осрашыу күңелдә юйылмаҫлыҡ тойғолар ҡалдыра. Бала саҡтағы бөтә хыялдары тормошҡа ашҡан уның. Бына тигән балалар үҫтер­гән. Ейән-ейәнсәрҙәре лә йөҙ ҡыҙар­тыр­лыҡ түгел. Элек яуҙа бергә фашистарға ҡаршы һуғышҡан полкташтары менән дә бәйләнеште өҙмәй, бер-береһенең хәлен белешеп торалар. Ижтимағи тормошта ла ҡайнап йәшәй аҡһаҡал. Әле ул – Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветеранда­рының республика советы президиумы ағзаһы. Ветерандарҙы борсоған мәсьәлә­ләрҙе хәл итергә ынтыла, йәш быуынды тәрбиәләү өсөн көсөн йәлләмәй. Уны шу­лай хәстәрлекле, һәр кемгә, һәр нәмәгә, тормошҡа һаҡсыл булырға һуғыш өйрәт­кәндер, күрәһең. Арабыҙҙа Сабир Шә­йәхмәт улы кеүек кешеләр күберәк бул­һын, йәштәр иһә уның һымаҡ ил ағаларынан үрнәк алһын ине.


Вернуться назад