“Ҡул ҡаушырып ултырманыҡ...”29.08.2014
“Ҡул ҡаушырып ултырманыҡ...”
Йәйҙең ҡояшлы бер көнөндә сираттағы сәфәр беҙҙе Көмәрле ауылына илтте. Күптәрҙең район гәзитен алдырыуын, яратып уҡыуын ишетеүе күңелгә дәрт өҫтәп ебәрҙе. Бейек кирбес йортҡа инеүебеҙ ҙә ошоно раҫланы. Йылмайып ҡаршыбыҙға сыҡҡан Зөбәйҙә инәй Ямансарова күптәнге уҡыусыбыҙ икән.

Ололарҙың матбуғаттан, хеҙмәттән айырылмай йәшәүе уларға көс-ҡеүәт бирәлер тип уйлайым. Рухиәт бит тормошҡа илһам өҫтәп кенә ҡалмай, ә һәр эште күңел һалып башҡарырға этәргес тә ул. Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғанда ун йәше тулған Зөбәйҙә Мәхәмәтгәрәй ҡыҙына бөгөн — 83 йәш. Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, уға ҡарап, бары һоҡланырға, үҙеңә фәһем алырға була. Оло һынауҙарға бирешмәгән инәйгә ана шул рух, ихтыяр ныҡ­лығы, изге уйҙар маҡсаттан тайпылмай йә­шәр­гә көс биргәндер. Дәһшәтле һуғыш йыл­дары балаларҙы арманһыҙ эшләтеп, хеҙмәттә сы­ныҡ­тырғанға күрә, улар бөгөн дә аһ-зарһыҙ донъя көтә, ҡул ҡау­шы­рып улты­рырға яратмай.
– Тыуып үҫкән ауылым — Яңы Шишмә. Ишле ғаилә­ләге һигеҙ ба­ла ара­һында дүр­тен­се­һе – мин. Эштең иң то­со тейҙе беҙ­ҙең бы­­­уынға, — тип хәтирә­ләргә би­рел­­де инәй. – 11-12 йәш­тән бесән саптыҡ, ир-ат фронтта, эшләргә кеше етеш­мәй. Гел кә­бән ба­шын­да то­рорға тура килде. 16 йәштә Белоретта урман ҡыр­ҡыуҙа ҡатнаштыҡ. Берештамаҡ, Ғәбдүк, Ассы урмандарында көс еткеһеҙ ағас эшенән бил ҡалманы. 17 йәшемдә Көмәрлегә килен булып төштөм. Буласаҡ ирем Зәкиулла Ямансаров мине тәү күреүҙән үк оҡшатҡан. Күп тә үтмәй ул әрмегә алынды һәм дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайтты. Өс ҡыҙ, өс малай үҫтерҙек.


Вернуться назад