“Рәсәй атайҙары күп балалы ғаилә яҡлы” Бөтә Рәсәй мотоуҙышында ҡатнашыусылар Өфөгә килде.
– Акцияның маҡсаты — ғаиләлә ир-егет тәрбиәһенең әһәмиәтен арттырыу, — тине мотоуҙыштың етәксеһе Андрей Коченов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер көслө зат үҙенең баһаһын юғалтты. Ҡатын-ҡыҙ өсөн кейәүгә сығыу етди проблемаға әүерелде. Беҙ ошо мәсьәләгә иғтибарҙы йәлеп итергә, ир-егеттәрҙә үҙ-үҙенә ышаныс, ғаилә өсөн яуаплылыҡ тойғоһон уятырға теләйбеҙ.
50 йәшлек Андрей Коченов биш бала тәрбиәләй: оло ҡыҙына — 30, кинйәһенә ни бары – 11 йәш.
– Бәхетле булыу өсөн байлыҡ кәрәкмәй, — ти ул. — Бәхет — ғаиләлә, балаларҙа.
Мотоуҙышта ҡатнашыусылар ошо ҡиммәттәрҙе йәштәргә, буласаҡ атайҙарға еткерергә тырыша. Өфөлә байкерҙарҙы “Йондоҙсоҡ” балалар лагерында ҡабул иттеләр. “Ирҙәрсә аралашыу” барышында улар ғаиләнең ныҡлы булырға тейешлеге хаҡында һүҙ алып барҙы.
— Акция ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул бәхет, һөйөү, тыныслыҡ сығанағының балаларҙа икәнлеге хаҡында иҫкәртә. Балалы ғаилә генә ныҡлы була ала, — тине Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков.
Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Рәсәйҙә Атайҙар көнөн булдырыуҙы яҡлап ҡултамға йыя. Мотоуҙыш 26 июлдә Владивостокта башланғайны. Өфөнән колонна Яр Саллыға юлланды. Акция 9 сентябрҙә Мәскәүҙә тамамлана.