Конкурс нигеҙендә һайлап алыу йомғаҡтарына ярашлы, тағы ла ете ауыл хужалығы предприятиеһы “500 ферма” республика программаһына ҡушылды. Хәҙер был йүнәлештәге ойошмалар һаны 200-гә яҡынлашты.
Ошо көндәрҙә Иглин районынан “Агро-Яҙ”, Йәрмәкәйҙән “Ҡарамалы” йәмғиәттәре, Краснокаманан “Заря”, Баҡалынан “Яҡты Шишмә”, Бишбүләктән “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативтары, шулай уҡ Йәрмәкәйҙән А. Моисеевтың һәм Бишбүләктән С. Михайловтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары программала ҡатнашыусы статусын алды.
“500 ферма”ға ярашлы, 198 ферма һәм тоҡомсолоҡ буйынса бер предприятие эш алып бара. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып республика ҡаҙнаһынан 1,2 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.