Рәсәй элек айыҡ ил булған27.08.2014
Рәсәй элек айыҡ ил булған
Хәҙерге хеҙмәт баҙарындағы конкурентлыҡ – айыҡ кешеләрҙең генә хәленән килерлек эш. Ә иҫеректәр үҙен һәм ғаиләһен хәйерселеккә төшөрөп кенә ҡалмай, милләтен донъя баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуға ла булышлыҡ итә. Шуға күрә “2014 йылдың айыҡ ауылы” тигән республика конкурсы үтә ҙур маҡсат ҡуя – айыҡ һәм сәләмәт быуын тәрбиәләү.

Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты был конкурсҡа арналған семинар-кәңәшмә үт­кәрҙе. Бәйгелә ҡатнашҡан алтмыштан ашыу ауыл вәкиле килде унда.
— Айыҡлыҡ өсөн көрәште көлкөгә әйлән­дерергә, беҙгә алдан уҡ еңелеү юрарға теләгән көстәр ҙә бар, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, конкурстың ойоштороу комитеты рәйес­тәше Буранбай Күсәбаев (һүрәттә). — Ысынында иһә был – бик етди эш. Хәтерегеҙҙәлер, 1985 йылда “ҡоро закон” ҡабул ителгәс, илдә хеҙмәт етештереүсәнлеге ҡырҡа артты, үлем һәм имгәнеүҙәр ныҡ кәмене, айы­рылышыуҙар аҙайҙы...
Семинарҙа ҡатнашыусыларға, улар үҙҙәре әйтеүенсә, “Бер алдаҡтың тарихы” тигән фильмды ҡарау көслө тәьҫир иткән. Рәсәйҙең элек Европала иң аҙ эскән ил булыуы, бер ҡараһаң, әҙәм ышанмаҫлыҡ мәғлүмәт кеүек. Ләкин был ысынлап та шулай булған, фәҡәт XVIII быуаттың урталарынан ғына араҡы кибеттәре эшләй башлай, ҡаҙнаға аҡса йылға булып ағыла. “Мин алтын приискыларыма ҡарағанда араҡы һатыуҙан күберәк табыш алам”. — Бер алпауыттың шулай тип маҡтаныуы тарихта ҡалған. Халыҡ тәүҙә ҡаршылыҡ күрһәтә: араҡы кибеттәрен тар-мар итеүҙәр ҙә йыш була. Ләкин армия бындай фетнәне аяуһыҙ баҫтыра, эсергә яратҡандарға иркен тормош асыла. Әммә ул саҡта ла Рәсәйҙә ирҙәрҙең – 47, йәштәрҙең – 95, ҡатын-ҡыҙҙың 90 проценты эсмәгән.
Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғас та араҡы кибеттәре ябыла, ләкин 1925 йылда большевиктар “ҡоро закон”ды туҡтата, ә Хрущев заманында алкоголле эсемлек һатыу 700 тапҡырға арта! Сәбәбе ябай: араҡының ярты литры ул саҡта 3 һум 62 тингә һатылһа, етештереүҙәге үҙҡим­мәте 15-20 тин генә була. Ҡаҙна өсөн бының ниндәй ҙур табыш сығанағы икән­леге аңлашылып тора.
Хәҙер илде ҡабат был һаҙлыҡтан тартып сығарырға кәрәк. Бер сығыш яһаусы әй­теүенсә, эскелеккә ҡаршы көрәшеү һәм “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ауыл­да бер эскесе лә ҡалмаясаҡ тигәнде аңлатмай. Бында иң мөһиме – был эште оҙайлы алып барған берҙәм команда туп­лау.
Конкурсҡа йомғаҡ декабрҙә яһала.


Вернуться назад