Силәбе өлкәһендәге “Сигма” агросәнәғәт холдингына ингән “Маячный” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостанда көнбағыш майы етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй.
Проекттың хаҡы — 2 миллиард һум самаһы. Уны холдинг бүләсәк. Заводты Күмертау ҡалаһы биләмәһендәге Маячный ауылы янында урынлаштырыу күҙаллана. Унда 300 самаһы кеше эшләйәсәк. Тәүге этапта тәүлегенә 500 тонна көнбағыш эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған май һығыу цехы төҙөү планлаштырыла. Икенсе сиратта етештереү ҡеүәтен тәүлегенә 1 мең тоннаға арттырыу һәм май экстракцияһы цехын асыу ҡарала.
Предприятие өсөн сеймал Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе етештереүселәренән һатып алынасаҡ. Продукция, нигеҙҙә, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре баҙарына сығарыла.