Исеме белем усағын биҙәр ине27.01.2012
Олуғ ғалим, бөйөк шәхес Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың исемен Башҡорт дәүләт университетына биреү хаҡында йәмәғәтселек күптән һүҙ ҡуҙғатһа ла, ни өсөндөр был мөһим мәсьәләгә тейешле даирәләрҙә ҡолаҡ һалмайҙар.
Уйлаһаң, ысынлап та, ғәжәпләнергә урын бар. Жәлил Ғиниәт улының ижади хеҙмәте емештәре һәр тарафта ла һәйбәт билдәле. Уның яҙмалары әле лә студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, белемгә ынтылыусыларҙың ҡулынан төшмәй. Ғилми хеҙмәттәренең исемен генә атағанда ла, ҡайһылай оло асыштар башҡарылғанын күреүе ҡыйын түгел. Ныҡышмалы эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ул “Башҡорт теленең фонетикаһы” (1958), “Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше” (1964), “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966), “Хәҙерге башҡорт теле” (1966), “Урал-Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы” (1996) кеүек монографиялар яҙҙы. Башҡорт теленең фонетик, морфологик, лексик системаһы юғары ғилми кимәлдә асылған был хеҙмәттәр — тел тәңгәлендә шөғөлләнгән эҙләнеүселәргә ҙур ярҙам ул. Нәҡ ошо хеҙмәттәр университетта ғына түгел, бөтөн юғары уҡыу йорттарында ла филология фәнен аяҡҡа баҫтырыуға һәм үҫтереүгә этәргес көс һәм төплө нигеҙ булып тора. Олуғ ғалим, профессор Н.К. Дмитриев был хаҡта шундай һүҙҙәр әйткән: “Ж.Ғ. Кейекбаевтың был эше башҡорт филологияһы һәм башҡорт тел ғилеме тураһында яҙылған фәнни тикшереүҙәр араһында айырым урынды алып тора. Ошондай хеҙмәттәре менән ғалим Жәлил Кейекбаев телебеҙҙең абруйын бөтөн донъя күләмендә күтәреп, алға табан ебәрҙе”.
Олуғ ғалимыбыҙ тел ғилемен үҫтереүҙә генә ғәйәт ҙур хеҙмәт күрһәткән шәхес кенә түгел, талантлы яҙыусы, тәржемәсе, фольклорсы, публицист та булды.
Ҡайһы яҡтан ҡарағанда ла, күренекле ғалим, мәшһүр шәхес Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев — исемен Башҡорт дәүләт университетына биреүгә лайыҡлы зат.
Рамазан ҠОТОШОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, философия фәндәре кандидаты, отставкалағы подполковник.


Вернуться назад