Ошо шәмбелә Өфөлә үтәсәк “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фестивалендә республикала һөт һәм һөт ризыҡтары етештергән 27 предприятие үҙ тауарын тәҡдим итә.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко фестивалгә арналған матбуғат конференцияһында ошо турала хәбәр итте.
– Сараның төп үҙенсәлеге — етештереүселәрҙең ҡулланыусылар, Өфө халҡы менән туранан-тура аралашыуы. Был айырыуса мөһим, сөнки сауҙа селтәрҙәренә бөтә предприятиелар ҙа үҙ тауарын сығармай. Мәҫәлән, әүәлге йәрминкәләрҙән һуң Яңауыл һөт заводы танылыу яулап, уның ризыҡтары магазин кәштәләренән урын алды, — тине министр.
Быйыл фестиваль Европа карнавалы рухында үтәсәк. Төрлө майҙансыҡтарҙа күңел асыу саралары ойошторола, байрамға Өфөнән һәм күрше төбәктәрҙән режиссерҙар, артистар йәлеп ителә. Фестиваль сиктәрендә “Баш һөтсөнөң министрлығы” эшләйәсәк. Унда бер стакан һөт менән “Һөт иле” гражданының паспортын алырға мөмкин буласаҡ.
Байрамдағы һөтсөлөк фермаһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш. Һигеҙ тоҡомсолоҡ хужалығы һыйыр, кәзә, йылҡы малы алып киләсәк. Ҡунаҡтар уларҙы һауыу барышын күҙәтеп, йылы һөттән ауыҙ итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.