Өфөнөң Октябрь районы етәксеһе Салауат Хөсәйенов баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул хаҡлы ялға сыҡҡан Владимир Дмитрюкты алмаштырҙы.
Салауат Хөсәйенов 1964 йылда Миәкә районының Елдәр ауылында тыуған. Мәскәү технология институтының Өфө филиалын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Миәкә районындағы колхозда башлай. Өфөлә торлаҡ-файҙаланыу участкаһында, “Өфөгаз” йәмғиәтендә, район хакимиәттәрендә эшләй.
***
Александр Сопин Өфөнөң Октябрь районы башлығы итеп тәғәйенләнде. Ул 2010 йылдан баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына етәкселек иткән.
Александр Сопин 1960 йылда тыуған. Ульяновск юғары гвардия танк команда училищеһын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Граждандарҙы яҡлау академияһын тамамлаған. “Хәрби хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы” тигән маҡтаулы исемгә эйә.