Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары27.08.2014
2014 йыл, 21 август № 91/7-5
Өфө

2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙа Рәсәй Федерацияһында йәшәү урыны
буйынса теркәлмәгән граждандарҙың тауыш биреүе өсөн һайлау участкаһын билдәләү тураһында

Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексы­ның 16, 20-се статьяларына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында йәшәү урыны буйынса теркәлмәгән граждандар тарафынан һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Респуб­лика­һы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙа 119-сы һайлау участкаһын (адресы: Өфө ҡалаһы, Посад урамы, 26) Рәсәй Федерацияһында йәшәү урыны буйынса теркәлмәгән граждандарҙың тауыш биреүе өсөн һайлау участкаһы тип билдәләргә.
2. Îøî ҡàðàðҙû Áàøҡîðòîñòàí Ðåñïóáëèêàһûíûң òåððèòîðèàëü һàéëàó êîìèññèÿëàðûíà åáәðåðãә.
3. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡор­т­остан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматова.



Вернуться назад