“Ике икең – дүрт!”27.08.2014
Уҡырға төшөүем генә түгел, тотош тәүге йылым бала сағымдың иң яҡты бите булып хәтеремә уйылып ҡалған. Бигерәк мәшәҡәтле килеп сыҡты шул беренсе класҡа барыуым. Был мәлдә миңә биш йәш ярым ғына ине...


Дүрт әхирәт ғәмһеҙ генә бергә уйнап үҫтек. Бер мәл уларға белем эстәргә ваҡыт етте. Әммә минең йәшем тулмағайны, буйым да бигерәк бәләкәй. Бер үҙемдең икенсе йылға ҡалғым килмәй бит! Йәй буйы мыжып, атай-әсәйемде барыбер күндерҙем. Кейем йүнләнеләр, кәрәк-яраҡ алдылар – күңеле булһын тигәндәрҙер. Портфелгә көсөм етмәгәс, әсәйем үҙенең ридикюлен бирҙе.
1 сентябрь бик тулҡынландырғыс булды. Тантаналы линейкала шиғыр һөйләнек, беҙгә уҡыу әйберҙәре һалынған ҙур ҡатырға ҡумта бүләк иттеләр, Х кластағы ағай-апайҙар һәр кемебеҙҙе етәкләп бүлмәбеҙгә индереп ултыртты.
Шунан ... башланды. Уҡыу йылы ғына түгел, минең ыҙаланыуым да. Бер мәл әсәйемдең – мәктәпкә ебәргеһе, ә уҡытыусының мине уҡыусыһы иткеһе килмәгәнен һиҙә башланым. Баҡһаң, был йөрөп-йөрөп ялҡыр ҙа ташлар, тип өмөтләнгәндәр икән. Юҡ, ныҡышып, бер генә дәресте лә ҡалдырмайым бит. Ярай әле ошо йәшемдә сәғәтте беләм. Төшкө өсөнсө ярты етеүгә, өйҙәгеләрҙең ай-вайына ҡарамай, мәктәпкә юлланам. Әсәйҙең төшкөлөккә ҡайтып өлгөрмәүенә лә, сәсемдең үрелмәгәненә лә ҡарамаҫтан... Бикләп китһәләр, йортобоҙ тапҡырынан уҙған иптәш ҡыҙҙарҙы тәҙрә туҡылдатып саҡырып алам да ишекте астырам. Элек бит асҡысты ла тупһа аҫтына ғына һалып йөрөнөләр.
Хәйер, яҡшы уҡыным. Мәктәпкә төшмәҫ элек, уҡыйым тип, Наил ағайымдың әлифбаһына талашып ултырғаным хәтерҙә. Шуғалыр, түҙҙеләр. Иҫемдә, әсәйемә: “Ҡыҙың ҡушып уҡый ҙа китә, тәүҙә ижекләп өйрәтергә кәрәк, күнектерегеҙ”, – тип киҫәтеү яһағайнылар. Әсәйҙең талабына түҙә алмай, илай-илай: “Ҡа-сим ҡар-маҡ һа-ла”, – тип китап тотоп ултырғаным бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Ике класты бергә уҡытҡас, икенселәрҙең дәресенә лә ҡушылып китә торғайным. Бер мәл уҡытыусы беҙгә үҙаллы эш ҡушты ла өлкәндәрҙән ҡабатлау таблицаһын һорарға булып китте. “Ике икең нисә?” – ти. Берәү ҙә өндәшмәгәс, мин ҡул күтәрҙем. Уҡытыу­сы: “Нимә булды, бәҙрәфкә барғың киләме әллә?” – тине. Мин, ҡысҡырып: “Ике икең – дүрт!” – тинем. Ул башта аңламайыраҡ торҙо ла көлөп ебәрҙе. “Өс өсөң нисә?”гә лә яуап бирҙем. Миңә үҙ эшем менән булышырға ҡуштылар...
Ләкин һаман да мине ысынға алмай, фамилиямды журналға иң аҫҡа ҡәләм менән генә теркәп торҙолар. Был күпме дауам итер ине – билдәһеҙ, ярты йылдан Өфөнән мәктәпкә ҙур түрә килмәһә. Фамилияһын Аслаев тинеләр шикелле. Ул, был йәше етмәгән баланы ниңә ҡабул иттегеҙ, тип етәкселекте ныҡ ҡына әрләгән. Шунан минең белемемде тикшерергә булып киттеләр. Ҙур һынауҙы уңышлы үттем булһа кәрәк, иртәгәһенә журналда ҡәләм яҙыуҙы юйып, ручка менән теркәп ҡуйҙылар.
Был минең тормоштағы иң ҙур еңеүем булғандыр, сөнки артабанғы бөтә уңыштарымдың да нигеҙе тап шул ваҡытта һалынғанын хәҙер яҡшы төшөнәм.




Вернуться назад