Топинамбур27.08.2014
Топинамбур — Топинамбур тураһында яҙһағыҙ ине. Уны ҡайҙа һәм нисек үҫтереп була?
Ф. ХӘКИМОВ.
Мәсетле районы.

— Был үҫемлектең файҙаһы ҙур, төрлө ауырыуҙарға дауа. Мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк, геморрой һәм башҡа сирҙәрҙән дауалай. Топинамбурҙың тамырын картуф һымаҡ йыялар. Яҡшылап тәрбиәләгәндә был үҫемлек һәр төптән яртышар, берәр күнәк бүлбе бирә. Тик уны ултыртыуҙың ябай ғына сере бар: баҡса ситенә, буш торған урынға, ике ыҙан араһына сәсәләр ҙә, дөйөм баҡсанан канау ҡаҙып, таҡта ҡуйып кәртәләп алалар. Ни өсөнмө? Сөнки бер нисә йылдан һуң таралып, бөтә баҡсаны баҫыуы ихтимал.
Был файҙалы ла, әрһеҙ ҙә үҫемлекте баш­лыса мал-тыуар, ҡош-ҡортҡа ашатыр өсөн файҙаланалар. Фермерҙарға, шәхси хужа­лығында малды күпләп тотҡандарға ысын мәғәнәһендә табыш ул. Берҙән, йыл да ултыртып аҙап­ланаһы түгел; икенсенән, ҡара көҙгә саҡлы, хатта декабрь айында ла аша­тып була; өсөнсөнән, ҡышты еңел, туң­майынса сыға: апрель-май айҙарында кире ҡаҙып, һутлы тамыраҙыҡты малдарға бирә алаһың. Топинамбур көҙөн, баҡсала картуф ҡаҙып алынғас, сәскә ата. Тимәк, ул көҙгө һалҡында баҡсаға йәм биреп ултырыусы ла. Һабағынан миндек яһап элһәң, ҡышын кәзә-һарыҡҡа алыштырғыһыҙ аҙыҡ була.


Вернуться назад