Татыу күрше – ил күрке26.08.2014
Уйламағанда, иң кәрәк ваҡытта шырпы йә тоҙоң бөтһә, ярҙам һорап кемгә йүгерәһең? Һиңә ҙур шатлыҡ йә, киреһенсә, оло ҡайғы төшһә, кем беренсе булып хәлеңде белергә ашыға? Иртә таң менән малға, эшкә, оҙон юлға сыҡҡаныңда өйөң эргәһендә кем оҙатып ҡала? Әлбиттә, күршең!

Ислам динендә уға бик ҙур урын бирелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: уң һәм һул яҡтан йәнәш йәшәгәндәрҙе генә түгел, ә өйҙөң дүрт тарафына ҡаршы һуҙылып киткән йортта ғүмер иткәндәрҙең барыһын да күрше тип атайҙар. Изге “Ҡөрьән”дә кешегә ата-әсәһенә, яҡындарына, етемдәргә, ярлыларға, юлсыларға һәм күршеләренә итәғәтле булырға ҡушылған. Бында тәрән мәғәнә ята.
Күршеләре башҡа дин әһелдәре булыуына ҡарамаҫтан, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уларға ихтирам, хөрмәт күрһәтеп йәшәгән. Боронғо яҙмаларҙа әйтелеүенсә, уға яҡын ғүмер иткән бер ҡарт, Аллаһ Рәсүленә изге тәғлимәттәр ебәрелә башлағас, Пәйғәмбәребеҙҙең ишеге алдына көн һайын сүп-сар ҡалдырырға тотонған. Был хәлде Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр ипле ҡабул иткән, ҡыйҙы һүҙһеҙ генә алып ҡуйыр булған.
“Ябраил фәрештә күршене ололау хаҡында даими хәбәр ебәреп торғанлыҡтан, мөлкәтемде лә тап күршемә ҡалдырырға тейеш буласаҡмын тип уйлап ҡуйҙым”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, Исламда йәнәш йортта йәшәгән кешеңә ҡарата һөйөү ошондай юғары кимәлгә еткерелә. Күршеңде хөрмәтләү – әсәйеңде ололауға тиң, тип тә әйтелә.
Аллаһ Рәсүленең тағы бер күршеһе йәһүд ҡатын-ҡыҙы була. Ул Пәйғәмбәребеҙ мәсеткә юлланған һайын тәҙрәһенән сүп-сар ташлап ҡалыр булған. Әммә бер көндө был насар күренеш туҡталып ҡалған, һәм Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күршеһе өсөн борсола төшкән. Йәһүд ҡатынының хәлен белергә иптәштәрен ебәргән. Улар күршенең сирләп китеүе хаҡында әйткәс, иң яҡшы дарыуҙар алып барырға ҡушҡан.
Күршенән дә яҡын, ихласыраҡ кеше юҡтыр донъяла. Алыҫ яҡтарҙа йәшәгән туғандарыңды һағынып киткән осраҡтарҙа ла бит тап уға инәбеҙ. Ябай, ҡәҙимге хәл-әхүәл хаҡында гәпләшеп сыҡһаң да, йәшәү көсө, күңел нуры артҡандай тойола. Күршеләре менән аралашмай, танышмай йәшәгән кешеләр үҙҙәрен ошондай яҡты, йылы хистән мәхрүм итә.
Мөхәммәт пәйғәмбәр күрше менән бүлешер өсөн өйҙә ашты күп итеп бешерергә өйрәткән. Кеше туҡ булып та, уға йәнәш йәшәгәндәр ас икән, был – иманлыларға килешмәгән эш.
Шатлыҡтарҙы бергә кисереп, яман, ялған һүҙҙәргә юл ҡуймай, тормош һынауҙарын иңгә-иң терәп, тоғро дуҫтар, серҙәштәр булып ғүмер иткәндә генә, барлыҡ күңел яралары уңалыр, эштәре уң барыр күршеләрҙең. Берҙәм, татыу күршеләр – илебеҙҙең яҡты киләсәге билдәһе.




Вернуться назад