“Кисерештәрем — шиғырҙарымда”26.08.2014
Яңыраҡ Учалы районының Сәфәр ауылы мәҙәниәт йортонда бер төркөм яҙыусылар менән иҫтәлекле осрашыу уҙҙы. Был сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев һәм башҡа билдәле әҙиптәр ҡатнашты.


Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әҡлимә Сафина Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премияны тантаналы рәүештә шағирҙар Таңһылыу Ҡарамышеваға һәм Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа тапшырҙы. Ошо ҡыуанысты бүлешеү уңайынан Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән күп кенә әҙиптәр килде.
Әҙәби премия лауреаттарының икеһе лә – шағир йәнле, хис-тойғоһо урғылып торған, үҙҙәре шаян, ярһыу, донъяны үҙ ҡуйындарына һыйҙы­рыр­ҙай билдәле шәхестәр. Икәүһе лә сығышы менән гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районынан.
Тиҫтәнән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы Таңһылыу Ҡарамышева оҙаҡ йылдар «Шоңҡар» журналында баш мөхәррир булып эшләне. Йәш, башлап яҙыусы авторҙарға ярҙамы ныҡ тейҙе изге, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө апайҙың. Күптәребеҙ ошо журналда ҡанат ҡағырға, осорға өйрәнде, тәжрибә туплап ижади бейеклеккә күтәрелде. Таңһылыу Фаяз ҡыҙына ҡа­рата әйтеп бөтөлмәгән рәхмәттәрем әлегә тиклем күңел түремдә һаҡлана…
Талантлы шағир Сәрүәр Әбүталип улы – алты китап авторы. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусы­һы әлеге көндә Бөрйән районында ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Сәрүәр поэзияға балҡып килеп инде, шиғыр һөйөүселәрҙә ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырҙы. Яҡты рухлы, йәйғор балҡышлы, күккә ынтылышлы уның шиғриәте.
«Минең күңелемдә тыуған еремә, туған телемә булған һөйөү саф шишмә булып сылтырай. Урал тәбиғәтенең бала саҡтан биргән булмышы йөрәгемде арбар бер тылсымлы көс-ҡеүәт булып һаҡлана. Ғөмүмән, рухи донъям, яҙмышым, кисерештәрем – шиғырҙарымда», — ти шағир. Уның яҙғандарында философик тәрәнлек, ябайлыҡ өҫтөнлөк итә.
Алдағы көндәрҙә лә халҡыбыҙҙың рухи тормошон байытып, ижадта яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын һеҙгә, хөрмәтле ҡәләмдәштәр.

Рамай Ҡаһир,
Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы.




Вернуться назад