Исеме есеменә тура килһен26.08.2014
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүселәргә йәнә бер яңылыҡ әҙерләгән. Бынан ары һайлаусылар кандидаттарҙы исемле участкаларҙа һайлаясаҡ. Дәүләт, йәмәғәт, сәйәсәт, хәрби эшмәкәрлеге юғары баһаланған йә булмаһа иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лайыҡлы күрһәткестәргә өлгәшкән милләттәштәребеҙҙең тормошон, ҡаҙаныштарын, батырлыҡтарын барлауға, уларҙы иѕкә алыуға матур бер сәбәп кенә был.


Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Асҡар, Ҡырмыѕҡалының Шайморатов, Бәләбәйҙең Надеждин ауылдарында урынлашҡан һайлау участкалары менән таныштырыу сараһы үтте. Онлайн тәртибендә ойошторолған видео-конференция барышында урындағы етәкселәр комиссия ағзалары иғтибарына исемдәре рәсмиләштереүгә лайыҡлы тип табылған тарихи шәхестәрҙең теҙмәһен тәҡдим итте, дәлилдәр килтерҙе, халыҡ фекерен еткерҙе. Әйткәндәй, участкаларға исем ҡушыу идеяһын Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров күтәргән. Халыҡтың әүҙемлеген арттырыу, мөһим сәйәси сараға ылыҡтырыу, шул уҡ ваҡытта тарихи сығанаҡтар нигеҙендә илһөйәрлек тәрбиәләү – башланғыстың төп маҡсаты. Шуға комиссия ағзалары участкаларға исем һайлағанда иғтибарлы булырға, мәсьәләгә яуаплы ҡарарға саҡырҙы.
– Исем ҡуштың да оноттоң түгел. Тарихты өйрәнеү, шәхестәргә арналған күргәҙмәләр, мәғлүмәти стендтар ойоштороу, халыҡ менән аралашыу – былар барыһы ла исемле участкаларҙың йөҙөн билдәләй. Төп бурысығыҙҙы ла онотмағыҙ – һайлауға килеү күрһәткесе юғары булырға тейеш. Бының өсөн, әлбиттә, тауыш биреүселәр менән тығыҙ, әүҙем эшләү шарт. Ҡыѕҡаһы, исемегеҙ есемегеҙгә тура килһен, – тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Үрҙә телгә алынған райондарға килгәндә, уларҙың тәҡдимен комиссия ағзалары бер тауыштан хупланы. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 767-се һайлау участкаһына – Советтар Сою­зы Геройы Таһир Кусимов, Ҡырмыѕ­ҡалы районының Шайморат ауылындағы 2316-сы һайлау участкаһына – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Бәләбәй районының Надеждин ауылындағы 1222-се һайлау участкаһына урыѕ яҙыу­сыһы Сергей Аксаков исеме бирелде. Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев участка ағзаларына яуаплылыҡ теләне һәм республиканың башҡа төбәктәрен дә был башланғыста әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
Хәйҙәр Арыѕлан улы видео-конференция барышында һайлауға әҙерлек хаҡында ла мәғлүмәт бирҙе, Ҡалтасы, Белорет райондарының, Межгорье ҡалаһының урындағы һайлау участкаһы етәкселәре менән аралашты. Дөйөм алғанда, ойоштороу эштәренә ҡағылышлы кәмселектәр асыҡланманы. Һайлау алды кампанияһы ҡануниәткә ярашлы бара, тип билдәләнде.




Вернуться назад