Уңышлы алымдарҙы төп нигеҙ итеп26.08.2014
Өфө ҡалаһының белем биреү учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерме? Хәүефһеҙлек мәсьәләләре хәл ителгәнме? Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов матбуғат конференцияһында, нигеҙҙә, ошо мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирҙе.



– Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов райондар етәкселәре менән берлектә белем усаҡтарының әҙерлеген тикшерҙе. Дөйөм алғанда, комиссия эш һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт, – тип билдәләне ул.
2013/14 уҡыу йылында Өфөлә 131 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләне, уларҙа 99 меңгә яҡын бала уҡыны.
Матбуғат конференцияһында мәктәпкәсә бе­лем биреү тармағында заманса ысулдар­ҙың әүҙем үҫеше телгә алынды. Учреж­де­ние­лар­ҙа юғары квалификациялы педагогтар эшләй.
Электрон белем биреүҙе индереү буйынса ла уңышлы эш алып барыла. “Электрон мәктәп” республика форумы һөҙөмтәләре буйынса матди-техник хәленең яҡшылығы, юғары квалификациялы педагогик коллективы, дистанцияла уҡытыу, заманса алымдар ҡулланыу йәһәтенән һигеҙ уҡыу йорто “Башҡортостандың 20 иң яҡшы мәктәбе” исемлегенә ингән. Белем усаҡтарын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү, инновациялы материалдарға таянып эшләү, ике сменала дәрестәр алып барған мәктәптәрҙе бер сменалыға күсереү һәм башҡа бик күп һөҙөмтәле саралар уҡыу-уҡытыу сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән уңышлы алымдар булараҡ хупланды.
Быйыл I класҡа 11 меңдән ашыу бала бара. Яңы уҡыу йылына әҙерлек осоронда ҡаланың 100 белем биреү учреждениеһына ремонт үткәрелгән.
– Белем усаҡтарында хәүефһеҙлек мәсьә­лә­һен хәл итеү – иң өҫтөнлөклө йүнәлеш, – тине Сынтимер Биктимер улы. – Белем байрамы алдынан мәктәп биналарында һәм төҙө­лөш­тәрҙә комплекслы тикшереү үткәреләсәк. Байрам көнөндә, ғәҙәттәгесә, тантаналы линей­калар, йыйылыштар, “асыҡ дәрес”тәр, “Ми­нең бәләкәй Ватаным” темаһына әңгә­мә­ләр буласаҡ. Хәүефһеҙлеккә юл ҡуймау маҡ­сатында бөтә мәктәптәргә лә янғын һүндереү, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары вәкилдәре киләсәк.
Матбуғат конференцияһында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған көнүҙәк һорауҙарға тулы яуап бирҙе, һәр тармаҡ буйынса статистика һөҙөмтәләре менән дә таныштырҙы.




Вернуться назад