Быйыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә 42 фатир һатып алды.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала хәбәр итте. Был өлкә хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү башланғысын 2012 йылдың ноябрендә республика Президенты индергәйне. Рөстәм Хәмитов йыл һайын ошо маҡсатҡа 50 миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итте.
Быйыл Өфө артистары Кузнецов затоны биҫтәһендә 36 фатир алды. Торлаҡ айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисергән, үҙенең күсемһеҙ милке булмаған һәм оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәткәрҙәргә бирелде. Ҡайһы бер учреждениелар йәш белгестәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн өс бүлмәле фатирҙарҙы дөйөм ятаҡ рәүешендә файҙаланырға ҡарар иткән. Ауылдағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә проектҡа ярашлы алты фатир бүленде. Министр әйтеүенсә, муниципалитет башлыҡтары йәш белгестәрҙе шулай уҡ район бюджеты иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында уларға — ете, Күгәрсендә алты фатир бүленгән.