Украинаның Луганск ҡалаһына Рәсәйҙән юлланған гуманитар ылау үткән шәмбе бәлә-ҡазаһыҙ әйләнеп ҡайтты.
Илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, автомашиналарҙағы йөк Рәсәйҙең һәм Украинаның таможня, сик хеҙмәте тикшереүҙәрен үтеп, билдәләнгән урынға алып барып еткерелгән. Әйткәндәй, гуманитар ярҙамды халыҡҡа таратыу мәсьәләһе менән, алдан уйланылғанса, Ҡыҙыл тәре халыҡ-ара комитеты түгел, ә волонтерҙар һәм «Луганск халыҡ республикаһы» вәкилдәре шөғөлләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: гуманитар ылау Украина сиген 22 август иртәһендә үтте. Рәсәй колоннаһы Луганск ҡалаһына күршеләрҙең ризалығын да көтөп тормай ҡуҙғалғайны. Бының өсөн Украина етәкселеге «шелтә» белдерҙе, әлбиттә, әммә йөк машиналарына һөжүм итмәѕкә, ҡотҡо уятмаѕҡа һүҙ бирҙе. Шәмбе Рәсәй гуманитар ылауы (223 автомашина) бөтә йөктө Луганск ҡалаһында ҡалдырып, тыуған яҡҡа ҡайтты.