Баш ҡаланың Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанында “Иглин һуғаны. Иглин балы” исемле ауыл хужалығы йәрминкәһе миҙгелде асып ебәрҙе.
Район етештереүселәре Өфө халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Шулай уҡ Иглиндәге умартасылар йәмғиәте һәм урындағы музей менән берлектә һуған, бал күргәҙмәһе ойошторолдо. Йәрминкәлә йәшелсә, ит, һөт ризыҡтары, үҫентеләр күпләп һатылды. Төрлө милек формаһындағы 25 һәм шәхси 120 хужалыҡ вәкиле үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сауҙа урындары бушлай бирелде.
Йәрминкәлә хаҡ баҙарҙағынан 10-15 процентҡа арзаныраҡ. Шулай уҡ һатылған тауарҙың сифатына контроль булдырылған.