Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәтенең ураҡ эштәре барышына һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгән сараларға арналған кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Курск өлкәһендә илдең Премьер-министры Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы санкцияларына бәйле беҙҙең агросәнәғәт комплексындағы эш һәм ошо өлкәне үҫтереү мөмкинлеге тикшерелде. Дмитрий Медведев агросәнәғәт комплексында ҙур иғтибар талап иткән өс йүнәлеш барлығын билдәләне: орлоҡсолоҡ базаһын яңыртыу, баҡсасылыҡты һәм теплица йәшелсәселеген, ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлаусы логистик үҙәктәрҙе үҫтереү. Бынан тыш, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе әйтеүенсә, һөт һәм ит етештереүҙе арттырыу буйынса яңы программалар кәрәк.
– Аграр секторҙың һөҙөмтәле эше — Рәсәй Хөкүмәте һәм тотош ил өсөн ҙур өҫтөнлөк ул, — тине Дмитрий Медведев. — Ауыл хужалығына үҫеш йәһәтенән ҙур мөмкинлек бирелә. Иң мөһиме — магазин кәштәләре “Рәсәйҙә сыҡҡан” тип тамғаланған тауарҙар менән тулһын ине.
Кәңәшмәлә әле илебеҙҙә 66 миллион тонна иген йыйылыуы билдәләнде. Көҙгө баҫыу эштәре аҙағынаса был күрһәткесте 100 миллион тоннаға еткереү күҙаллана. Һөҙөмтәлә илдең игенгә ихтыяжы тулыһынса ҡәнәғәтләндереләсәк, экспорт ҡеүәте арттырыласаҡ, запас тупланасаҡ.