Бәләкәсегеҙ мәктәпкә барырға әҙерме?23.08.2014
(Ата-әсә өсөн тест)
1. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ мәктәпкә барырға теләйме?
2. Уны белем усағында күп нәмә беләсәге, уҡыуҙың ҡыҙыҡ икәнлеге йәлеп итәме?
3. Бәләкәсегеҙ ярты сәғәт буйына ныҡышмалылыҡ, аҡыл көсөргәнешлелеге талап иткән берәй эш, мәҫәлән, конструктор йыйыу менән шөғөлләнә аламы?
4. Ят кешеләр булғанда балағыҙ ояламы?
5. Ул берәй һүрәткә ҡарап биш һөйләм төҙөймө?
6. Бер нисә шиғырҙы яттан беләме?
7. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ исемде күплектә әйтә аламы?
8. Ул һүҙҙәрҙе ижекләп йәки тулыһынса уҡыймы?
9. Балағыҙ унға тиклем һанай беләме?
10. Бәләкәсегеҙ ҡушыу йәки алыу ғәмәле буйынса мәсьәләләрҙе сисәме?
11. Кескәйегеҙҙең ҡулы оҫтамы?
12. Ул һүрәт төшөрөргә һәм буярға яратамы?
13. Ҡайсы тота беләме, елем менән йәбештерә аламы?
14. Бер минут эсендә биш өлөшкә ҡырҡылған һүрәтте йыя беләме?
15. Йорт йәки ҡырағай ҡоштар исемен дөрөҫ атаймы?
16. Төшөнсәләрҙе берләштереп аңлата аламы, мәҫәлән, һуған, кишер, ҡыярҙың йәшелсә икәнлеген?
17. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ үҙаллы нимә менәндер шөғөлләнергә, мәҫәлән, мозаика төҙөргә, һүрәт төшөрөргә яратамы?
18. Һеҙ әйткән һүҙҙе тулыһынса аңлаймы, ҡушҡанды үтәйме?