Йыл башынан республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторҙары 27 миллиондан ашыу һумлыҡ административ штраф һалған.
Тәбиғәт тураһындағы закондарҙы үтәүҙе тикшереү барышында дүрт меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Уларҙың күбеһе, ғәҙәттәгесә, етештереү ҡалдыҡтарын һаҡлауға һәм һауаны бысратыуға ҡағыла. Закондарҙы һанға һуҡмағандарға ике меңгә яҡын бойороҡ бирелгән. Уларҙың үтәлешен министрлыҡтың төбәк идаралыҡтары һәм комитеттары контролдә тотасаҡ.