«Благовар» тоҡомсолоҡ-ҡошсолоҡ заводында мал һуя торған цех проекты тормошҡа ашырыла. Ул Рәсәй ҡулланыусыларын юғары сифатлы өйрәк һәм ҡаҙ ите менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Был хаҡта импортты алмаштырыу буйынса «түңәрәк өҫтәл»дә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдерҙе. Ведомство етәксеһенең һүҙҙәренсә, бөгөн «Благовар» заводы был төҙөлөш проектын тормошҡа ашырһа, бер сменала – 1,5, ике сменала 2,5 миллион баш тирәһе мал эшкәртеп булыр ине. Шулай итеп, фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән һөҙөмтәле кооперация шарттарында сит ил аҙыҡ-түлеге үҙебеҙҙекенә алмаштырыласаҡ.