Мәҙәниәт йылының штандартын Бүздәк районы ҡабул итте. Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латипова, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Радик Хажиев, Баҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илһам Ғималетдинов ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы Бүздәк мәҙәниәт һарайы алдында йыр-моң, өҫтәлдәр һығылып торған һый-хөрмәт менән ҡолас йәйеп ҡаршыланылар. Улар районда танылыу яулаған сәнғәт оҫталарының эштәрен, балаларҙың рәсемдәрен, китап күргәҙмәһен ҡарап һоҡланды. Ә инде төбәктең фольклор коллективтары башҡарыуында башҡорт, урыҫ, татар халыҡ йыр-бейеүҙәре йөрәктәргә май булып яғылды. Урыҫтарҙың “Иван Купала”, башҡорттарҙың “Килен төшөрөү”, татарҙарҙың “Бәхет шишмәһе” тигән йолаларынан өҙөктәр байрамға йыйылғандарҙың күңеленә хуш килде. Тантаналы сара дуҫлыҡ хоры менән тамамланды.
Артабан Мәҙәниәт йылының штандарты Бишбүләк районына күсте. Бында ул ун бер көн буласаҡ.