Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте23.08.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының Указына ярашлы, Өфө ҡалаһының Калинин районындағы 52-се лицей директоры Әйүпова Ирина Федоровнаға, Ленин районындағы 35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ильясова Светлана Анатольевнаға, Киров районындағы 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Латипова Әлмира Миңлейәр ҡыҙына, Орджоникидзе районындағы 82-се гимназия уҡытыусыһы Мельников Виктор Федоровичҡа, Октябрь районындағы 93-сө гимназия уҡытыусыһы Столяров Александр Викторовичҡа, Дим районындағы сит телдәр тәрән өйрәнелгән 103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Тихонова Нина Пантелеевнаға, Совет районындағы Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Хажиева Гөлнара Салауат ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад