Кесе йомала Мәләүез ҡалаһында “Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү үҙәге” республика дәүләт автономиялы учреждениеһының 21-се филиалын асыу тантанаһы үтте.
Был сарала Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Климов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, уның урынбаҫары Рөстәм Ҡазыханов, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов ҡатнашты. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар, йыйылған халыҡты ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы асылған үҙәктең халыҡты заманса хеҙмәтләндереренә ышаныс белдерҙе.
Ҡабул итеү өсөн 20 тәҙрә эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың береһе инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүгә ҡулайлаштырылған. Ғөмүмән, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә бинаға ингән урында, уның эсендә хәрәкәт итеү өсөн пандустар ҡуйылған. Үҙәктә бөтәһе 138 хеҙмәтләндереү төрө тәҡдим ителә. Бында Мәләүездә йәшәгән 30 кешегә эш урыны булдырылды.
Үҙәк филиалы Смоленск урамында урынлашҡан. Дүшәмбе көн – көндөҙгө 2-нән киске 8-гә, шишәмбенән шәмбегә тиклем иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Хеҙмәтләндереү төрҙәре буйынса тулыраҡ белешмәне күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында (www.mfcrb.ru) алырға мөмкин.