Вәғәҙә10.01.2012
Халыҡ һүҙҙәре, халыҡ көйө

Таң атҡанда, һалҡын шишмә буйында
Осраштыҡ беҙ иркәм менән тағы ла.
Күктә болот тулған ине,
Һандуғас та тынған ине,
Беҙ айырылып киткән сағында.

Вәғәҙә биргәс, кәрәк ине көтөргә,
Ниңә инде хыянат итергә?
Зәйтүнгөл сәскәһе кеүек,
Йәштән һөйгән үҙ йәреңде,
Ниңә инде яңғыҙ итергә?

Вәғәҙә биргән йәш егеткә донъяла
Саф мөхәббәт, керһеҙ күңел, хис кәрәк.
Йәштән өҙөлөп һөйгән йәрең
Үҙ вәғәҙәһен үҙе боҙғас,
Ғазапланып тибә йәш йөрәк.

Миндә хәсрәт, миндә ҡайғы, моңланам,
Һинең уттарыңда янам мин һаман,
Йәш йөрәгем, һин ярһыма,
Дауылдан һуң диңгеҙ тына,
Яныуҙарың бөтөр бер заман.


Вернуться назад