Туймазы районы биләмәһендә Украинанан килгән 110 кеше өсөн туҡланыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү ойошторолған. Социаль, миграция һәм башҡа хеҙмәттәр әүҙем эшләй. Ҡасаҡтар араһында 56 кеше эшкә һәләтле йәштә.
Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, “САВА” ит комбинаты — өс, “Башҡортостан” ҡунаҡхана комплексы ике кешене эшкә алған. Туймазы автобетонташығыстар заводы ете ир-егетте ҡабул итергә әҙер. Башҡа предприятиелар ҙа мәшғүллек мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре хеҙмәт баҙарындағы вакансиялар хаҡында даими хәбәр ебәрә, ойошмалар вәкилдәре лә был мәсьәлә буйынса ирекһеҙҙән күсеп килгәндәр менән осрашыуҙар үткәреп тора.