Көндәлек баҫма көндәлек ихтыяжға әүерелһен22.08.2014
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Иғтибарығыҙға еткереп барыуыбыҙса, баҫ­ма­быҙ­ҙы 2015 йылдың тәүге яр­тыһында алдырып уҡыу өсөн уға 30 авгусҡа ҡәҙәр генә әлеге хаҡҡа яҙы­лырға мөмкин. Ваҡыт ағы­шын туҡтатмай, ай та­мамланыуға һанау­лы ғына көндәр ҡалып бара. Шуға күрә форсаттан файҙаланырға ашығығыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: сентябрҙән, һәр йыл­да­ғыса, баҫмаларға хаҡтың бер аҙ артыуы көтөлә. Ошо хаҡта күрше-кү­лә­негеҙҙең һәм таныш­тарығыҙҙың да хәтеренә төшөрөүе­геҙҙе үтенәбеҙ.
Тәүгеләргә – 200 календарь

Кәңәшләшеп, элекке матур йоланы дауам итергә булдыҡ, “Башҡортостан”ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргән тәүге 200 кешегә 2015 йылға “Башҡортса дини календарь” бирәсәкбеҙ. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
***
Хәтәр шәп тиҙ­лекле заман­да йә­шәйбеҙ. Шулай бу­лыуға ҡа­ра­маҫ­тан, мат­буғат баҫ­ма­ла­рын та­ра­тыуҙа етеҙлек етеш­мәй әле. Мәҫә­лән, “Баш­­ҡор­­тостан” гәзи­тен Си­бай кеүек Өфөнән алыҫ ят­ҡан төбәктәрҙә көнөндә ҡулға алып булһа ла, баш ҡала­лағы уҡыу­сыларыбыҙҙың күбеһе бындай мөм­кин­лектән мәхрүм. Шуға күрә уларға “Өфө-мат­буғат” киосктарында яҙылырға кәңәш итә­беҙ. Хаҡы ла күпкә арзаныраҡ бу­ласаҡ, үҙегеҙгә ҡулай ваҡытта барып алырға ла мөмкин.
Бер айға – 110 һум, ярты йылға – 660 һум.


Вернуться назад